Башҡортмон! Йөҙөңә бысраҡ ташлап, йөрәгең ярылһа- Онотма, тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға, Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма! Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә, Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла, Заман афәттәренә, башҡортом, бирешмә! Ҡушымта: Көс-ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам. Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам. Үткәнеңә күҙ ташлап, ярһыймы йөрәгең, Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең. Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрең. Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла, Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла, Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!