Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым…

/Фирүзә Абдуллина/
Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым –
Өйҙә саҡта йоҡлап ҡалһындар,
Иң тәмлеһе була таңғы йоҡо,
Һәр бер таңдан ләззәт алһындар!
Ата-әсәй ҡосағында йәшлек
Үтеп китер матур төш кеүек,
Ҡатын-ҡыҙҙың өлөшөнә төшкән
Былай ҙа бит бөтмәҫ эш кеүек.
Төндәр буйы сабый тәрбиәләп,
Ҡара таңдан тағы йүгерһә,
Иҫләр әле ҡыҙым ҡыҙ саҡтарын,
Йоҡолары туймай илерһә.
Алдан йәлләп шуға ҡыҙ баламды
Борсомайым таңғы йоҡоһон…
…Ҡала күрһен бер үк йоҡолары,
Балалары әйҙә борсоһон!
Әсәй кеше шулай әҙер инде
Бала өсөн күпкә күнергә…
Эй, Хоҙайым, бирсе ҡыҙҙарыма
Бала шатлыҡтарын күрергә!
Йоҡо туйҙыр(а) алмай йөрөргә…
08.07.2014.

Комментарии

  • 22 апр 12:55
    Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ ?
  • 22 апр 13:23
    Стихи хорошие. Моя мама тоже говорила , жалею вас с утра будит. Сама выросла сиротой. С семи лет, 6 утра ставала коров доить..
  • 22 апр 13:45
    Мин дә ҡыҙҙарымды иртүк уятырға йәлләйем,үҙемде бәләкәй саҡтан уҡ иртүк уятып, көтөүҙән һуң быҙауҙы кардаға илтергә ҡушалар ине...Һис йоҡом туймай ине