Сибайға—60 йыл13.

10.2015Ул таусы ине...
Төбәгебеҙҙең тау сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр рәтенә һис шикһеҙ Харрасов Сөнәғәт Ниғәмәт улын да индерергә була.
Ул 1906 йылда Әбйәлил районының Булат ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Буденный исемендәге колхозда ябай эшсе булып башлай. 1931 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү комбинатының Баҡыр-Үҙәк руднигына ҡараған тау цехына эшкә төшә. 1939 йылда тау сәнәғәте тармағында ярайһы уҡ бай тәжрибә туплаған Сөнәғәт Ниғәмәт улы Баҡыр-Үҙәк руднигына забойщик булып урынлаша. 1941 йылда уны Сибай руда табыу участкаһына күсерәләр. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тау эшсеһен бер нисә йылдан разведка шурфына проходчик итеп ҡуялар. Ауыр һуғыш йылдарында мөһим обьект һаналған тау сәнәғәте предприятиеларының эшмәкәрлеген үҫтереүгә тос өлөш индергән Сөнәғәт Харрасовтың хеҙмәте, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Алдынғы таусы, коммунист Сөнәғәт Ниғәмәт улы әүҙем йәмәғәтсе лә булған. Уны Сибай ҡала советына һәм БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлағандар.

Комментарии

Комментариев нет.