Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Һеҙҙең иңдәргә тәүлек әйләнәһенә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, граждандарҙы бәлә-ҡазаларҙан аралау, уларҙың ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу буйынса яуаплы бурыстар һалынған. Ут менән көрәш айырым физик әҙерлек кенә түгел, батырлыҡ, рух көсө, юғары профессионализм талап итә. Был йәһәттән Һеҙ эшегеҙҙе юғары яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡарып, лайыҡлы рәүештә халыҡтың рәхмәтен яуланығыҙ.
Форсаттан файҙаланып барлыҡ янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, бөтмәҫ дәрт һәм тыныс эш көндәре теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

Комментарии

Комментариев нет.