Группа БАШКОРТостан считает , что если такие люди нравятся главе , пусть со своего кармана им дарит подарки и свои звания , но не трогает народное достояние - народные звания !

Кто так считает ?

Группа БАШКОРТостан считает , что если такие люди нравятся главе , пусть со своего кармана им дарит подарки и свои звания , но не трогает народное достояние - народные звания ! - 5365857107621

Комментарии

  • 30 окт 13:39
    Фотография
  • 30 окт 14:23
    Минада бирмэслэр микэн ,1,2 жыр белэм ( шучу ,ачуланмагыз)
  • 1 ноя 15:14
    А кто Хабиров, кто его выбирал, избежал Подмосковья!?
  • 1 ноя 17:26
    11.11 25 задайте вопрос ему.
  • 1 ноя 20:16
    d2133e38dd
  • 2 ноя 09:45
    Ну, критиковали Ай Йола и Рината который давно на сцене.Получили Крида.
  • Комментарий удалён.
  • 3 ноя 19:20
    Эйе,хэзэр кридларын услап тотоп ултырhындар.
  • Вт 14:08
    90% его и не знают.
  • Вт 15:09
    А можно узнать за что.? За несколько дешёвых ресторанных песенок
  • Чт 03:14
    " Пряник" то не такой уж и бесплатный, по- моему,в дальнейшем к пенсии надбавка будет.
  • Комментарий удалён.
  • вчера 16:25
    Ҡоба һүҙ
    (Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арнала)
    1
    Йөрәк һүҙем ябай түгел минең,
    Тик булырмы икән самалы...
    Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете кеүек,
    Килде бит һуң ниндәй заманы.
    Төрлө саҡтар, эйе, булды, булды,
    “Тарихтарҙа ҡалды замана”,-
    тиһәк тә бит, ҡабатланып тора,
    Сығып тора һаман яманат.
    Ил уланы булған ағайҙарҙың,
    Ҡәҙерҙәрен белдек бик һуңлап,
    Әпкәләйлек микән көслө булды,
    Беҙ “тегене” сөйҙөк ҡуш ҡуллап.
    Ни кисерҙе икән ошо мәлдә,
    Мортазаны эстән ни һыҙҙы?
    Ил хәтере иләк аша үтмәй,
    Онотамы ни теге һигеҙҙе *?
    Ни тип һыҙҙы икән оло йөрәк,
    Нисек түҙҙе икән Мортаза?
    ...Илағылар килә ер-һыу булып
    Иҫкә төшкән һайын шул ыҙа...
    Ни кисерҙе икән Ил ағаһы,
    Уны белә бары бер Хоҙай.
    Ә шулай ҙа бер көн мин бит күрҙем
    Илағанын уның - Мортаза...
    Ул иланы...
    Уның күҙ йәштәре
    Өттө, өттө минең сикәне!
    “Теге” лә бит ҡара мөһөрҙө һуң,
    Беҙгә һуҡты, беҙгә сәпәне!
    Ул иланы...**
    Үҙен йәлләп түгел,
    Беҙҙе йәлләп, беҙҙе мең уйлап!
    Ә нишләнек беҙ һуң?
    Мөһөр менән
    Йөрөнөк бит тыныс, өй туйлап.
    Һәм шул мөһөр беҙҙең йөрәктәрҙә-
    Ғүмерлеккә ҡалған ҡара тап.
    ...Һин илеңде, ана, ереңде лә
    Уның һымаҡ ҡара яратып...
    Кемебеҙ һуң уның һымаҡ һөйә,
    Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдарҙы?
    ...Тыным менән терелтерҙәй булам
    Илем тиеп ауған улдарҙы...
    2
    Көслө булды микән ялағайлыҡ,
    Яламаныҡ ятып ни генә!
    Үлемдәрҙән, ысын, оят көслө,
    Оялғандар түгел мин генә.
    Оялғандар бер мин генә түгел,
    Үкенгәндәр күпме?
    Өнһөҙҙәр...
    Ә йөрәк бит эстән һыҙа, һыҙа...
    Хас түгел бит беҙгә һөмһөҙлөк...
    Эстән яна, эстән бөтә башҡорт,
    Йөрәк һүҙе ҡайнай йөрәктә.
    Шул һүҙебеҙ ҡасан әйтелер һуң?
    Эш ҡалғасмы тупраҡ, көрәккә?
    Хаҡ һүҙебеҙ ҡасан әйтелер һуң,
    Ил ағаһын һаттыҡ күмәкләп.
    Намыҫ тигән нәмә таҙарырмы,
    Һыу ҡойғандан силәк-күнәкләп?
    Һигеҙ йылды һигеҙ көндәй күрҙек,
    Аҡланайым нисек, ағайым?
    Ҡараштарың һаман күҙ алдында –
    Кешеләргә баҡтың һағайып...
    Шул ҡарашың һаман күҙ алдында -
    Йөрәк үтә сәнскән уҡ кеүек.
    Уйҙар баҫа, уйҙар...
    Башҡынайым
    Типкеләнеп бөткән туп кеүек...
    3
    Типкеләнеп бөткән туп кеүек шул,
    Башҡорт ҡынам, һинең яҙмышың...
    ...Ҡыл өҫтөндә (ҡылыс осондамы) -
    Тере йәндәр...
    Ҡуйма яң(ы)лышып.
    Тере йәндәр тимен...
    Хәҙер кем беҙ
    Типте микән йөрәк һигеҙ йыл?
    ...Әллә ниндәй заманалар килде -
    Абындыра ҡайсаҡ тигеҙ юл...
    Ҡабатланмай, тимә, был тарихты,
    Ни тине һуң шағир Баязит?
    Үҙ башҡортон теҙгә сүгендереп,
    Баш эйҙерҙе “теге” бай аҙып!
    Абындыра, һөрөндөрә заман,
    Киткән саҡтар күп шул янтайып...
    Баш та эйҙек ҡалҡып торор саҡта,
    Теҙләндек тә ҡайсаҡ йән тайып...
    Их, замана...
    Көслөнөкө –донъя...
    Өндәшмәһәм, булыр үкенес.
    Йән әрнеткән, йәнде тетрәндергән
    Әйтер һүҙем ташҡа сүкейем...
    Йылдар түгел, һигеҙ быуат үтһен -
    Тарих бит ул беҙҙең хәтерҙә.
    Ҡоба һүҙҙәр бөгөн яңғыраһын,
    Кәрәк түгел һүҙҙәр ҡәберҙә.
    *Һигеҙ йыл буйы исемен телгә алыуҙан тыйған осор ҙа булды ваҡытында...
    ** Ил ағаһының күҙ йәштәрен күреп тетрәнгән бер апайҙың һөйләгәне
    Айгөл Айытҡолова
    Фотография