15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773402820
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773403076
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773403332
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773403588
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773404100
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773404356
15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте. - 952773405380

15-се майҙа ауылда «Табын-фест-2024»-тың беренсе этабы — табын ырыуҙары берләшмәһенең башҡорт йәштәре мәғариф форумы үтте.

Ауыл халҡы был байрамға етди әҙерләнде: шәжәрәләрҙән, ҡул эштәренән, «Яҡташ яҙыусылар ижады» исемле китап йыйынтығынан торған күргәҙмәләр ойошторҙолар.
Бай йөкмәткеле, экспонаттар менән тулыландырылған тирмәләр тураһында айырым билдәләп үтке килә. Йәмил Булатов һәм Розалия Әсәҙуллина ярҙамында был тирмәләр сараның иғтибар үҙәге булып торҙо.
Осрашыуҙы йомлаҡлағанда ҡунаҡтар сығыш яһаны, ауылдың активистларын, өлгөлө ғаиләләрен тәбрикләнеләр. Ауыл әртистәләре концерт күрһәтте.
Форум бик фәһемле булды, ул йыйында ҡатнашыусыларға дәрт, рух өҫтәне!
«Ватансылыҡ, туған телгә һәм тарихҡа ихтирам тәрбиәләү, ата-бабаларҙың традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм дауам итеү — бына сараның төп маҡсаты. Бындай ваҡиғалар күберәк булырға тейеш — шул рәүешле беҙ быуындарҙың тере ептәрен тергеҙәбеҙ, рухи байлыҡты баштан киләсәккә тапшырабыҙ», тип йомғаҡланы райондың хаҡимиәт башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдинов.
Байрам фестивале 8 июндә Талбазыла уҙғарыласаҡ. Спорт һәм халыҡ ярыштары, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, концерт буласаҡ, «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары планлаштырыла.

Комментарии

  • 19 мая 2024 05:07
    Тимербәк ,курсташ,афарин!Һин тотонғаснинә һәйбәт булмаһын инде ул