Шулай мы!?

Телеканал "Салям"
29 апр

Бәхетлемен тиеп күп һөйләмә -

Бәхет һөйләгәнде яратмай.
Ҡыңғырауҙар тағып, дөңгөр ҡағып,
Ҡотон ебәрергә ярамай.
Бәхетлемен тиеп кем һөйләмәҫ —
Шаулай микән хаҡын белгәндәр?
Байраҡ итеп болғай асылында
Бәхет тәмен күрмәй күргәндәр.
Гел һайрауҙар ситтән ҡарағанда
Арзан маҡтаныуҙай күренә.
Көнләштермә! Хөсөт һалам тиеп,
Үсле йыйма илар көнөңә...
Ҡыуанһаң да аслан тыйыла бел,
Тел тейҙертмә күңел көйөңә.
Кеше хәҙер бәхетлегә түгел,
Бәхетһеҙгә нығыраҡ һөйөнә.
Бәхетеңде артыҡ күп күрһәтмә,
Кемгә кәрәк кеше бәхете?!
Үҙҙәренән бәхетлене күреү —
Бәғзеләрҙең бөтмәҫ хәсрәте.
Күп һөйләмә, күп тантана итмә,
Үҙең бел дә, үҙең ҡәҙер ит!
Беҙҙең бәхет үҙебеҙгә яҙған,
Тик үҙебеҙ күрер тәҡдир бит!
Светлана Насырова.

Комментарии

Комментариев нет.