Шулай мы , йәндәштәр?

Телеканал Салям
13 апр 2023

Ураҙалар тотоп ҡына

Йәшәмәкһең отоп ҡына,
Тәүҙә эсең таҙа булһын,
Шунан ғына күккә ҡул һон.
Түбәтәйҙәр кейеп кенә
Ожмахтарға керәм тимә,
Ниәттәрең изге булһын,
Иман менән эсең тулһын.
Рамазанда асығыуҙан,
Ҡотолмаһаң асыуыңдан,
Ғәйбәттәрҙән, яман уйҙан,
Юҡтыр файҙа — күҙ буяуҙан.
Фәнис Сирбаев.

Комментарии