Ауылдаштар!

12 апрелдә тыл ветераны, педагогик хеҙмәт ветераны. ауылдың иң хөрмәтле кешеләренең береһе Мәмдүҙә Шәйхислам ҡыҙына 100 йәш!!! 8 бала әсәһе, ауылда күптәрҙе беренсе хәреф танырға , яҙырға өйрәткән, Тыуған илгә , тыуған ергә һөйөү тәрбиәләгән изге шәхес бит ул. Мәмдүҙә апа, оло юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!!! Иҫәнлектә, һаулыҡта, балаларығыҙҙың иғтибарына, ейәндәрегеҙҙең ихтирамына төрөнөп, тормош матурлығына ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

Комментарии