- Кисә Юлиә килен иренән ҡасып йүгереп килеп ингәйне бит.

Бахыр, теге хайуаны шау ҡанға батырып туҡмаған. Кит, ул әҙәмдең йәне юҡтыр. Шул ҡурсаҡ кеүек кенә ҡыҙға нисек ҡулы баралыр? Үлтереп ҡуйһа. Уның йоҙроғо ниндәй бит әле. Эсеп алдыниһә, ҡатынын туҡмай башлай. Харап көслө ир ,имеш, берәү. Һаман һала башлаған өйөн ослап ҡуя алмай. Ул килен шул тиклем буй-һыны менән ни эшләп шуның менән һаман торалыр. Бахыр, балаһы ла атаһынан ҡото осоп бөткән. Әҙәм балаһы был донъяға кемдәндер туҡмалып йәшәр өсөн түгел, бәхетле булыр өсөн тыуа. Кисә, айырыл да ҡуй, ҡалаға сығып кит, аяҡ-ҡулың бар, теләгән ерҙә эш табырһың, тинем әле. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-05-26/ih-tege-va-yt-ni-gen-a-lashmany-ik-n-3779552

Комментарии

Комментариев нет.