#shigyrzar_shalkeme , #hater_ham_danЕңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,Бер битеңдә моңһоу ай һаман,Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,Бер күҙеңдән һаман йәш тама...(М. Кәрим)ЕҢЕҮ КӨНӨЕңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғынаМай айында байрам итмәйҙәр.Юҡҡа ғына ләйсән ямғыры лаЕрҙең битен йыуып үтмәйҙер.Өр-яңынан тыуа тыуған Ерем,Өр-яңынан ала һулышты.Умырзая морнап, баш ҡалҡыта,Ҡаплап эҙен яуҙың, һуғыштың.Юҡҡа ғына, тимен, ҡыр ҡаҙҙарыЯҙҙар менән ҡайтмай иленә.Яуҙа ауған һалдаттарҙың рухыБеҙҙең менән бергә һөйөнә.Юҡҡа түгел, тимен, йәм-йәшелдәнЙәшәү төҫөн кейә урмандар.Яуҙан ҡайтҡан яугир олатайғаАлмаш булып үҫә уландар.Үтте йылдар, үтер быуаты лаОнотолмаҫ шанлы үткәндәр.Еңеү өсөн беҙҙең олатайҙарБерлинғаса барып еткәндәр.Яҙҙар һайын хистәр яңырғандаЯңыралар иҫке яралар.Олатайым һүҙе сыңлап китә:"Һеҙгә ҡала илем, балалар."Васыяты ошо олатайҙың:"Һеҙгә ҡала, улым, киләсәк!"Именлеге илдең беҙҙең иңдәБеҙ һаҡларбыҙ һине, Ер-Әсә!(А.Айытҡолова)ОЛАТАЙЫМОрден, миҙалдар тағып,Киң майҙан буйлап атлай.Шундай мөһәбәт, олпат,-Ул бит минең олатай.Батыр һалдат булған ул,Дошманды ҡырған яман.Һыҙғаныулы еңдәре,Көслө лә ғорур һаман.Ҡыйыу булып үҫергәМине лә сыныҡтыра.Ныҡ бул, ебеп төшмә, типКиҫәтеп кенә тора.Олатайым кәңәштәренКүңелемдә һаҡлармын,Мин бит һалдат ейәне,Ышанысын аҡлармын.(Ф.Рәхимғолова)9 МАЙ БАЙРАМЫ9 Май көнөндәӘхмәтгәрәй олатайКилде мәктәпкә ҡунаҡҡа,Таяҡ тотоп ул атлай.Һуғышта булған олатай,Бик күп орден-миҙалы.Һөйләне ул яу юлдарынНисек итеп уҙғанды.“Бөйөк еңеү, - ти олатай, -Изге байрам, балалар,Байрам итә илебеҙҙәБөтөн ауыл, ҡалалар!”Сәскәләр бирҙек беҙ уға,Күрһәттек йырлап, бейеп.Еңеү Бөйөк булған өсөнВетерандар ҙа бөйөк.(А.Шафиҡова)ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАНДошман баҫып ингәс илгәҠол итмәк булып беҙҙе,Олатам киткән һуғышҡаҺаҡларға тыуған ерҙе.Ут-ямғыры яуған күктән,Янған ауыл-ҡалалар.Азатлыҡ тип башын һалғанБик күп ата-бабалар.Олатайым батыр булған,Дошманды ҡыуған илдән.Фашистарҙы тар-мар итеп,Ҡайтҡан ул Еңеү менән.Бөгөн олатай ауылда -Һуңғы тере ветеран.Орден-миҙалдарын ҡарап,Мин уйланып ултырам.Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙМәңгелек ут янында.Тарих онотолмаҫ әлеБеҙ – ейәндәр барында.(З.Ҡотлогилдина)ӨЛӘСӘЙ ҘӘ – ЕҢЕҮСЕОлатай һуғышта саҡтаӨләсәй иген иккән.Урман ҡырҡҡан, мал ҡараған,Фронтҡа ярҙам иткән.Йылы ойоҡ-бейәләйҙәрҺалдаттарға бәйләгән.Ас-яланғас булғанда ла,Еңеү йырын көйләгән.Хатта кескәй балалар ҙаҘурҙар кеүек эшләгән.Иң-иң ауыр саҡтарындаАтайҙарын иҫләгән.Күп сабыйҙар онотоп бөткәнИкмәктең ни икәнен.Өшөн-туңып көткән уларЕңеү яҙы еткәнен.Шундай ҡыйын ваҡытта лаСаҡырған мәктәп, белем.Өмөт, ышаныс булғанғаДошманды еңгән илем.(З.Ҡотлогилдина)ЕҢЕҮ КӨНӨБолондарҙы күмеп майҙыңНәфис гөлөнә,Еңеү көнө балҡып килдеТыуған илемә!Тик еңеү үҙенән-үҙеКилмәне ергә;Уны яҡлап ҡаһармандарКөрәште бергә!«Мәңгелек дан!» — тигән кеүекБатыр халҡыма,Май ҡояшындай нурланып,Байраҡ талпына!(А.Игебаев)ОЛАТАЙҘЫҢ ФОТОҺЫОлатайҙың фотоһынҘурайтып алып ҡайттыҡ.Түр яҡҡа рәтләп ҡуйғас,Күмәкләп уға баҡтыҡ.Атайымдың атаһыШундай шат ҡарап тора.Күкрәгендә аҡ миҙалЯнып-ялтырап тора.Такист булған олатай,Ҡалаларҙы алған ул.Ерҙе уттан ҡурсалап,Еңеүгә юл ярған ул.Һөрөм ҡунған йөҙөндәЯуҙарҙың ҡалған эҙе.Тарих һөйләп тора ул,Сыҡмаһа ла бер һүҙе.Әйттем:"Нишләмәҫ инем,Булһаң икән һин тере.Һиңә, олатайыма,Оҡшаған, - тиҙәр мине. -Икәүләп йөрөр инекТөпһөҙ күлгә балыҡҡа.Баҡса үҫтерер инекҮҙебеҙгә, халыҡҡа.Мин дә шинель кейермен,Ваҡыт еткәс, бер көндө,Һиңә оҡшағанмын бит -Ҡыйыу һаҡлармын илде".(М.Ғәли)Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!Ҡосаҡланы бѳгѳн илемде.Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,Бар донъяның баҫып киңлеген.(Ф. Бикбов.)
Утяшевская сельская библиотека
:♥Нуриза Сабирьянова♥
ЕҢЕҮ БАЙРАМЫ ҺӘМ ВЕТЕРАНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
#shigyrzar_shalkeme , #hater_ham_dan
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
(М. Кәрим)
ЕҢЕҮ КӨНӨ
Еңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғына
Май айында байрам итмәйҙәр.
Юҡҡа ғына ләйсән ямғыры ла
Ерҙең битен йыуып үтмәйҙер.
Өр-яңынан тыуа тыуған Ерем,
Өр-яңынан ала һулышты.
Умырзая морнап, баш ҡалҡыта,
Ҡаплап эҙен яуҙың, һуғыштың.
Юҡҡа ғына, тимен, ҡыр ҡаҙҙары
Яҙҙар менән ҡайтмай иленә.
Яуҙа ауған һалдаттарҙың рухы
Беҙҙең менән бергә һөйөнә.
Юҡҡа түгел, тимен, йәм-йәшелдән
Йәшәү төҫөн кейә урмандар.
Яуҙан ҡайтҡан яугир олатайға
Алмаш булып үҫә уландар.
Үтте йылдар, үтер быуаты ла
Онотолмаҫ шанлы үткәндәр.
Еңеү өсөн беҙҙең олатайҙар
Берлинғаса барып еткәндәр.
Яҙҙар һайын хистәр яңырғанда
Яңыралар иҫке яралар.
Олатайым һүҙе сыңлап китә:
"Һеҙгә ҡала илем, балалар."
Васыяты ошо олатайҙың:
"Һеҙгә ҡала, улым, киләсәк!"
Именлеге илдең беҙҙең иңдә
Беҙ һаҡларбыҙ һине, Ер-Әсә!
(А.Айытҡолова)
ОЛАТАЙЫМ
Орден, миҙалдар тағып,
Киң майҙан буйлап атлай.
Шундай мөһәбәт, олпат,-
Ул бит минең олатай.
Батыр һалдат булған ул,
Дошманды ҡырған яман.
Һыҙғаныулы еңдәре,
Көслө лә ғорур һаман.
Ҡыйыу булып үҫергә
Мине лә сыныҡтыра.
Ныҡ бул, ебеп төшмә, тип
Киҫәтеп кенә тора.
Олатайым кәңәштәрен
Күңелемдә һаҡлармын,
Мин бит һалдат ейәне,
Ышанысын аҡлармын.
(Ф.Рәхимғолова)
9 МАЙ БАЙРАМЫ
9 Май көнөндә
Әхмәтгәрәй олатай
Килде мәктәпкә ҡунаҡҡа,
Таяҡ тотоп ул атлай.
Һуғышта булған олатай,
Бик күп орден-миҙалы.
Һөйләне ул яу юлдарын
Нисек итеп уҙғанды.
“Бөйөк еңеү, - ти олатай, -
Изге байрам, балалар,
Байрам итә илебеҙҙә
Бөтөн ауыл, ҡалалар!”
Сәскәләр бирҙек беҙ уға,
Күрһәттек йырлап, бейеп.
Еңеү Бөйөк булған өсөн
Ветерандар ҙа бөйөк.
(А.Шафиҡова)
ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАН
Дошман баҫып ингәс илгә
Ҡол итмәк булып беҙҙе,
Олатам киткән һуғышҡа
Һаҡларға тыуған ерҙе.
Ут-ямғыры яуған күктән,
Янған ауыл-ҡалалар.
Азатлыҡ тип башын һалған
Бик күп ата-бабалар.
Олатайым батыр булған,
Дошманды ҡыуған илдән.
Фашистарҙы тар-мар итеп,
Ҡайтҡан ул Еңеү менән.
Бөгөн олатай ауылда -
Һуңғы тере ветеран.
Орден-миҙалдарын ҡарап,
Мин уйланып ултырам.
Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ
Мәңгелек ут янында.
Тарих онотолмаҫ әле
Беҙ – ейәндәр барында.
(З.Ҡотлогилдина)
ӨЛӘСӘЙ ҘӘ – ЕҢЕҮСЕ
Олатай һуғышта саҡта
Өләсәй иген иккән.
Урман ҡырҡҡан, мал ҡараған,
Фронтҡа ярҙам иткән.
Йылы ойоҡ-бейәләйҙәр
Һалдаттарға бәйләгән.
Ас-яланғас булғанда ла,
Еңеү йырын көйләгән.
Хатта кескәй балалар ҙа
Ҙурҙар кеүек эшләгән.
Иң-иң ауыр саҡтарында
Атайҙарын иҫләгән.
Күп сабыйҙар онотоп бөткән
Икмәктең ни икәнен.
Өшөн-туңып көткән улар
Еңеү яҙы еткәнен.
Шундай ҡыйын ваҡытта ла
Саҡырған мәктәп, белем.
Өмөт, ышаныс булғанға
Дошманды еңгән илем.
(З.Ҡотлогилдина)
ЕҢЕҮ КӨНӨ
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(А.Игебаев)
ОЛАТАЙҘЫҢ ФОТОҺЫ
Олатайҙың фотоһын
Ҙурайтып алып ҡайттыҡ.
Түр яҡҡа рәтләп ҡуйғас,
Күмәкләп уға баҡтыҡ.
Атайымдың атаһы
Шундай шат ҡарап тора.
Күкрәгендә аҡ миҙал
Янып-ялтырап тора.
Такист булған олатай,
Ҡалаларҙы алған ул.
Ерҙе уттан ҡурсалап,
Еңеүгә юл ярған ул.
Һөрөм ҡунған йөҙөндә
Яуҙарҙың ҡалған эҙе.
Тарих һөйләп тора ул,
Сыҡмаһа ла бер һүҙе.
Әйттем:"Нишләмәҫ инем,
Булһаң икән һин тере.
Һиңә, олатайыма,
Оҡшаған, - тиҙәр мине. -
Икәүләп йөрөр инек
Төпһөҙ күлгә балыҡҡа.
Баҡса үҫтерер инек
Үҙебеҙгә, халыҡҡа.
Мин дә шинель кейермен,
Ваҡыт еткәс, бер көндө,
Һиңә оҡшағанмын бит -
Ҡыйыу һаҡлармын илде".
(М.Ғәли)
Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бѳгѳн илемде.
Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның баҫып киңлеген.
(Ф. Бикбов.)