ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

#shigyrzar_shalkeme
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.
(Х.Ғиләжев)
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
Ә санала күҙҙең яуын
Ала йәш шыршы.
Ҡыш бабайҙың бүләге ул
Байрамға ҡаршы.
Тиҙҙән булыр ошо шыршы
Өйҙөң түрендә.
Йондоҙ балҡытып саҡырыр
Беҙҙе үҙенә.
(А.Йәғәфәрова)
ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН
Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне
Ҡарлы ел менән.
Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
Өй түрендә күркәм ҡунаҡ –
Йәшел кейемдән,
Оҙатып килгәндәр уны
Ҡуян, тейендәр.
Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ
Бөтә ил менән.
Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ:
- Яңы йыл менән!
- Яңы йыл менән!
(Ғ.Рамазанов)
ЯҢЫ ЙЫЛ ҠАСАН КИЛӘ?
Календарҙың
Бите йыртыҡ.
Ҡағыҙ ҡалды
Артыҡ-бортоҡ.
Үткән көндө
Йыртып ташлап,
Була яңы
Көндө башлап.
Йыртһам тотош
Календарҙы
Яңы йылға
Еттем-барҙым!
Әсәй көлә:
Юҡ, ти, ҡыҙым,
Яңы йылға
Юлдар оҙон.
Үтмәйенсә
Йәйен-көҙөн,
Йыл үтмәй шул
Булсы түҙем!
Яҙҙың һары
Бәпкәләре,
Йәйҙең матур
Сәскәләре,
Көҙҙөң һутлы
Алмалары,
Ҡыштың боҙло
Алҡалары
Аша ята
Урау юл, ти.
Шунан килә
Яңы йыл, ти
(Т.Искәндәриә)
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.
Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар
Йылтырайҙар шыршыла.
Эх, күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип
Беҙгә бүләк тарата.
(Р.Янбулатова)
ЁЛКА БАЙРАМЫНДА
Йырланыҡ та бергәләп,
Бейенек тә бергәләп.
Уйындар ҙа уйнаныҡ
Елкабыҙҙы тирәләп.
(Ә.Таһирова)
АЙҘАР ЁЛКА ЯНЫНДА
Өфөлә бар бер ҙур баҡса,
Ап-аҡ шәмдәй ҡапҡаһы.
Айҙарҙы бер көн ошонда
Алып килде атаһы.
Бейек, бейек шыршы үҫә
Баҡсаның уртаһында.
Биш ҡанатлы йондоҙ яна
Ошо шыршы башында.
Шыршы төбөндә кескәй өй.
Мөрйәнән төтөн сыға,
Көмөш уйынсыҡтар оҡшай
Туңып ҡалған тамсыға.
Унда ҡуяндар, айыуҙар,
Хәйләкәр төлкө, бүре...
Ҡыш бабай тора уртала,
Матур бүләктәр биреп.
Күгәрсен кеүек елпенә
Елка тирәләй ҡарҙар.
Бейеүсе балалар менән
Ҡушылып китте Айҙар.
(Х.Ғиләжев)

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР  - 849039726056

Комментарии

Комментариев нет.