Ҡыҫыр мөхәббәт (хикәйә)

Марат менән Әлимәнең ғаилә тормошо һис кенә лә берекмәне. Түшәк бүлешеп, өс балаға ғүмер бирһәләр ҙә бер-береһе өсөн ят кешеләр ине улар. Ҡатынының ситтәр менән типтереүен дә әлдән-әле еткереп торҙолар иргә, тик ул ғына балалары хаҡына барыһына ла түҙҙе, сығып китһәм, уларға ауыр булыр, тип уйланы. Балалыҡ, йәшлек дуҫтарының да юлдары һыуынды йорттарына – башта килгеләп, хәл белешеп ҡаранылар ҙа, хужабикәнең үҙҙәренә һырты менән тороуын күреп, һыуындылар… Туғыҙ йыл бергә йәшәү дәүерендә ниҙәр күреп, ниҙәр кисермәне ир. Аңлауынса, ул хәҙер, урыҫтар әйтмешләй, “подкаблучник” ҡына ине…

Комментарии

Комментариев нет.