Ай, Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым! Нурға сумған түбәһе, Күккә атҡан Уралым! Һине маҡтай йырҙарым, Һине данлай йырҙарым. Төнөн күккә ай ҡалҡһа, Алтындай балҡый Уралтау, Көндөҙ күккә ай ҡалҡһа, Көмөштәй балҡый Уралтау, Биттәреңдә, Уралтау, Ҡамыштай ҡарағай урманың, Итәгеңдә, Уралтау, Балаҫтай болон-ҡырҙарың. Күҙҙең яуын алалар Аҡ, һары, ал сәскәләр. Сәскәләр менән һандуғас Тәңрегә тәсбих әйтәләр, Ҡыҙарып ҡалҡһа ҡояшты Һайрап ҡаршылай ҡоштарың, Тонйорап батҡан ҡояшты Һайрап оҙата ҡоштарың. Ай, Уралым, Уралым, Һылыу ҙа һылыу Уралым! Һүҙем бөтһә телемдә, Йырым бөтмәне, Уралым! Маҡтап ҡурай уйнаһам, Бөтмәй ҙә торған көй булыр, Данлап йырым йырлаһам, Бөтмәй ҙ