Дауамы:Һеңлекәш күп тырышты теге мәлғүндең башына етергә.

Һәр бер аҙымын тикшереп шәп итте.Һәр хәрәкәте микроскоп аҫтындағылай ялтырап күренеп торҙо.Хатта өйөндә нимә ашап ,ҡасан йоҡларға ятҡан ,магазиндан нимә алған ,нисек сирханаға барып юлыҡҡан , бөтәһен белеп кенә түгел үҙенсә интерпритирләп тейешле урын-кешеләргә еткереп тороуҙо үҙенең мөҡәддәс бурысы һанап һеңлекәш бик тырышты.Ауыл бисәләре йыйылышына кабинет бирмәй тип профкомын ,директорын ,завучын елдертеп килтереп ултыртып теге мәлғүнде һыҙыртырға уйлағайны хатта ,ну теге алда булған әйтешеүҙе арзанлы тилифунына яҙҙырҙым тип отто ла ҡуйҙы бит .(Ул һыу баҫҡанға тиклем сыҡҡан тилифунының яҙҙырыу түгел хәтере лә тауыҡтыҡы икәнлеге был тауыҡ мейеләрҙең башына ла инеп сыҡманы.)
Балаһы дәрескә йөрөмәй тип райондан баш психологты ,балалар тәрбиәләргә өйрәтеүсе лейтенантты ,рононан ҡарауһыҙ балалар менән эшләүсене ,райадминистрацияның үҫмерҙәр эшен алып барыусыһын саҡыртып аҡылға ултыртып ,иҫәпкә ҡуйырға тигән тәрән мәғәнәле киң эш тә баш психологтың был мәлғүнде танышы булыуы арҡаһында провалға дусар булды.Их шәп план ине...Лейтенанты ла бөтөн белемен йыйып ғаиләһен был мәлғүндән һаҡларға тип пистәлитен аҫып килеп еткәйне лә бит.Администрация белгесе лә бөтөн белемен ошоноң ғаиләһе хаҡына ҡорбан итергә әҙер ине.Роно эшмәкәре Мәғариф системаһында бындай тәртипһеҙ кеше нисек эшләп йөрөй тип күҙе аҡайып килеп еткән.
Беренсегә ала торған балаларының һанын кәметеү өсөн нисек кенә тырышылманы ,ул төп мәктәп исемлегенә яҙыу ,ата-әсәләрҙе ҡотортоу ҙа баланы бирмәйем тип әйтте ,тип класты бирҙермәү ,уҡыусыларҙан етешмәгәнлек справкаһы алдырып ,күсермәй ҡалдырыу .... Үҙенең беренсегә килә торған балаһын алмаҫ өсөн район администрацияһы башлығынынан рөхсәт һораттырыуға ла иҫе лә китмәй балаһын мәктәпкә килтереп ултыртты ,яртаҡыл.Хатта завроно һынлы завроно , бынамын тигән кешенең түшәге ҡатын ,мәктәпкә алмайбыҙ балаңды тип тора ,ишетмәй ҙә ,тиҫкәре .
Һ К тырышып тырмашмай ғына үҙенең бөйөклөгөн иҫбатлап информатика менән булышып маташа.Хатта кәмпитерҙе белгән кешеләй ҡылана ,төрткөләп ултыра ла башым ауырта тип бисә түрәләрҙән үҙен йәлләтерҙәй итеп бер тултырып ҡарай ,ирҙәренән изгелек күрмәгән бисәләргә мәҙәниәтле кеше булып ҡыланыу менән ярап , эш бөтөргәндәй йөрөй шунда.
Самауыр ҡайнатыу бөйөк физик асыш икәнлеген боронғолар белдеме юҡмы ,әммә ҺК шул эште фәнни яҡтан иҫбатлап ,йәғни утлы күмер һалһаң самауыр ҡайнай ,утһыҙына ҡайнамай икәнлеген баш ҡалаға тиклем барып етеп иҫбатлап физика ҡаҙанған уҡытыусы атын алып ҡалған ғүмерендә маһайырлыҡ эш бөтөрҙө.Сирек һайын ауырыу ҡағыҙ алып ,математикаһын башҡаларҙан уҡыттырып балаларға аңлаттырып алырға башы етә ,әтеү сәпсим наҙан ҡалдырыр ине уҡыусыларын.Әле йәш кенә информатика уҡытыусыһы ала яҙҙылар.Ваҡытында баш эшләмәһә лә тел әсе шул ,тәүге көн эшкә килгән кешенән шуны ла белмәгәс нисек эшләргә уйлайһың ,тип мыҫҡыл итеп ,бороп ҡайтарырға өлгөрҙө ,әтеү утыҙ сәғәт дәресеңдең яртыһын бүлеп биреп эшһеҙлектән вайран булып ,мәктәп ғәйбәтенән ситтә ҡалып өйҙә ятырға ,ҡалайтып аҡса табырға тип эшкинмәгән башты ватырға тура килер ине.
Үҙе һайлатып ҡуйҙырған завуч ваҡытында ҡайғыртып ,алдан –арттан һыйпап торғас ,рәхәт ,бисәһен дә үҙен дә бөтә төр ЧП-лар урап үтеп тора.Бер малай икенсеһен туҡмаған ,малай булғас һуғыша инде ,береһенең мейеһе һелкенгән тип әсәһе сирханаға алып барған ,улары полицайына әйтә һалған ,әллә булған мейеһе ,әллә юҡ ,ну пертеруаций килделәр,судҡа барып еттеләр ,бисәгенәһен чүт эшһеҙ ҡалдырманылар ,ял йортона сығып китеп ҡотолоп торҙо.Үҙенең дәресе алдынан физика кабинетында бер малай ҡыҙыҡайҙы тәгәрәтә һуға ,уныһын да табиптар туп-тура полицайға еткерәләр ,Һ К-ны барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап алып ҡалыр өсөн дирзамдар ниҙәр генә уйлап сығармай ҙа ,хатта ул ҡыҙыҡай үҙе ғәйепле тип мәктәптәге бөтә ҡыҙҙарға йоҙроҡ төйнәп торалар.
Ҡороп ҡына ҡалғыры,киләһе йыл бисәһенә беренсене алырға ,ауыл бисәләре алты йыл элек ҡыҫыр ҡалып ,бала тапмағандар.Ныу башты ғына түгел бөтә бәйләнгестәрҙе эшкә ҡушты администрация район түрәләре лә хатта Әпипәгә бейеп ,ҺК бисәһен эшле итергә кәрәклекте шахмат партияһылай хәл итергә тотондолар.Әлбиттә ,иң беренсе күҙҙәре баш бирмәҫкә төштө, нисек тә шунан ҡотолорға,мәктәбен ябып ,-ҙен эшһеҙ ҡалдырырға, ләкин уныһы ла йүкәнән булмай сыҡты,бөтөн инстанцияларға яҙып байтаҡ нервыны бөтөрҙө.Район роно белгестәре килеп етепмәктәпте ябырға тип ҡарар иткәндең ,икенсе көнөнә роно етксеһе икенсе ергә етәксе урын һыуытмаҫы булып,адмрайон белгесе икенсе мәктәпкә директор булып рокировка эшләп тә ҡуйҙылыр.Бик ҡатмарлы операция уңышлы тамамланды.Ҡиммәт торҙо башланғыс мәктәп башы,әммә балаларҙы ғына бер кем дә йәлләмәне,бәләкәс сабыйҙар өйөрҙәре менән эркелешеп автобуста йөрөп наҙан ҺК бисәһен эшле итеү маҡсатында ,юл йөрөү ғазаптарын күтәрҙе.
Бөгөнгө педсоветты ғына әйт:директор һәм уның ике урынбаҫҡысы балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә киләһе йыл беренсегә килә торған балаларҙы Һ.К.-ның бисәһе аласаҡ ,ыштубы уҡырға ,һанарға ,ҡушыу-алыуға өйрәтеп ебәрергә кәрәклеге хаҡында дүрт сәғәтлек лекция уҡынылар .Ул ғына тиһеңме ,бөтөн специалистар:логопедтар,психологтар,дефектологтар был мөһим эшкә партияның ҡушыуы буйынса тотондо.
Сикһеҙ яуапһыҙлыҡ киңлегендә ирәйеп йәшәп яталар әле ҺК ғали йәнәптәре.
Эйе....Яуапһыҙлыҡ киңлегендә.Төрлө кимәлдәге тикшереүҙәрҙе алдап-йолдап үткәреп

Комментарии

Комментариев нет.