Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Г.

М. Манапова с Днем сотрудника органов внутренних дел Российской Федерации!
10 ноября 2023 года
Хөрмәтле Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!
Һеҙҙең һөнәри байрам йәмғиәттәге мөһим ҡиммәттәр – законлылыҡты, тәртипте һәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйләнгән. Граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау, уларға ауыр минуттарҙа ярҙамға килеү, хоҡуҡ тәртибен боҙоуға ҡаршы көрәшеү бурысы Һеҙҙең иңдәрегеҙгә ышанып тапшырылған. Артабан да Рәсәй полицияһының билдәле традицияларын һаҡлап ҡалырһығыҙ, хеҙмәтегеҙҙе намыҫлы башҡарырһығыҙ, тип ышанам. Матур байрам көнөндә оло рәхмәт һүҙҙәрен тормош юлын ошо ауыр хеҙмәткә арнап, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүгә күп көс һалған Эске эштәр органдары ветерандарына еткерәм. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Г.М. - 972922877102

Комментарии

Комментариев нет.