ТУҒАНЛЫҠ ТАМЫРҘАРЫН БАРЛАҒАНДАРайон хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улының байрамға килеүе мәртәбә өҫтәне.Районыбыҙҙың ҙур башҡорт ауылдарының береһе булған Үтәймулла ауылында Шәжәрә байрамы үтте.Шәмбелә Үтәймулла ауылына алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ошонда тыуып үҫкән, туған- тыумасалары, нәҫелдәре йәшәгән халыҡ йыйылды. Байрам үтәсәк Күҙйылға буйындағы ялан тулы матур кейемдәрҙә йәше-ҡарты, бала- саға. Рәт булып тирмәләр теҙелгән, улар янында ҡаҙандар аҫылған, хужабикәләр ярҙамсылары менән өҫтәлдәргә һый- ниғмәт менән тултыралар, милли аш- һыуҙарҙан һығылып торған табындар әҙерләп ҡунаҡ көтәләр.Сәхнәгә яҡын күргәҙмә ойошторолған. Төрлө документтарға, матбуғатта баҫылған материалдарға нигеҙләнеп төҙөлгән «Ауылымдың та¬рихы», Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә арналған «Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай», талантлы, билдәле ауылдаштарға бағышланған «Ауырғазы районына - 85 йыл» стендта¬ры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем үҙенең яҡынының, танышының исемен, фоторәсемен күрергә тырыш¬ты. Шунда уҡ оҫталарҙың ҡул эштәре лә урын алған.Шул арала рәсми саҡырылған ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Баязитов, Үтәймулла ауылы старостаһы Рәфис Моратов, ауыл клубының әйҙәүсе мәҙәни ойоштороусыһы Рәмилә Ғибаҙуллина, мәктәп уҡыусылары ҡапҡа янында ҡурайҙа уйнап, ҡымыҙ, бауырһаҡтар менән район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисовты ҡаршы алдылар. Зөфәр Йәүҙәт улы күргәҙмә янында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, тарихты ҡыҙыҡһынып тыңланы. Һәр тирмәлә лә уны ихлас ҡаршы алдылар, шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Һәр нәҫел, туғандаш аралар үҙ быуындарын мөмкин тиклем тулыраҡ барлап, сағыу итеп күрһәтергә теләгән. Тирмә эсендә башҡорт халҡының көнкүрешендә ҡулланлыған һауыт-һаба, төрлө сигелгән әйберҙәр, бишек ҡуйылһа, ихатаһында ҡоҙоҡ та, умартасылыҡ, ат егеү кәрәк-яраҡтары ла урын алған.Ҡаршы алыу, танышыуҙан һуң барыһы ла сәхнә янына йыйылды.- Үтәймулла ауылында оло йыйын Туғандар, нәҫелдәр, яҡын ҡәрҙәштәр бергә йыйылып үҙҙәренең быуын¬дарын барлай, нәҫел ағасын төҙөй, киләсәген күҙаллай. Байрамыбыҙ ҡотло һәм мөбәрәк булһын. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул - беҙҙең кисәге көнөбөҙ. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, атай- олатайҙарыбыҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары - киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ. Үткәне булмағандың киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа киләсәгебеҙҙә тарихыбыҙҙан, тамырыбыҙҙан һут ала. Шәжәрә байрамыбыҙҙың изге Рамаҙан айында үткәрелеүе икеләтә ҡыуаныслы, - алып барыусыларҙың ошо һүҙҙәренән һуң Фоат хәҙрәт фатиха сүрәһе менән байрамды башланы.Байрамды асыу өсөн сәхнәгә ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Нәжип улы менән ауыл старостаһы Рәфис Рәйес улы күтәрелде. Улар байрам менән ау¬ылдаштарын ҡотланылар. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Айнур Фәнис улы Үтәев Үтәймулла ауылы тарихына байҡау яһаны.Йәүҙәт улы Иҙрисов та ауыл халҡын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, уларға изге эштәрендә уңыштар теләне. Уның ҡулынан күп балалы Нилуфар һәм Рәис Булатовтар ғаиләһе социаль программа буйынса йорт һатып алыуға сертификат алды.2015 йыл - ике ғаиләлә сабыйҙар тыуҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Р. Баязитов Ләйсән һәм Айнур Ғәлиуллиндарҙы, Зәлиә һәм Филхәт Хәсәновтарҙы ғаиләләрендә ҡыҙ балалар донъяға килеү менән ҡотланы.Дүрт ғаилә пары 60 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр, барыһы ла бал ҡорттары тотҡандар, бал, төрлө үләндәр менән дауаланғандар. Бына улар: Әсмә һәм Әхмәт Абдуллиндар, Зөлфиә һәм Нәжиб Әсәҙуллиндар, Тәслимә һәм Миңлебай Баймөхәмәтовтар, Зәкиә һәм Мөхәмәтдин Шәрәфетдиновтар. Уларҙың өлгөлө йәшәүҙәренең сере бер-береһенә булған хөрмәттән, мөхәббәттән, аңлашып йәшәүҙән дә торалыр.Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.Ауылдың үткәне һәм хәҙергеһе(байрам сценарийы ҡулланылды)Сәхнә түренә тәүгеләрҙән булып иң өлкән, иң хөрмәтле, тарихты яҡшы белеүсе, туғыҙынсы тиҫтәһен тултырып килеүсе ағинәй, педагогия хеҙмәте ветераны Зөһрә Әғзәм ҡыҙы Ғибаҙуллинаны саҡырҙылар. Үтәймулла мәктәбен тамамлағас, Ғафури районы Үтәш ауылына йәйәүләп йөрөп урта мәктәпте бөтөрә һәм ауылда һатыусы, 1948-1951 йылдарҙа клуб мөдире булып эшләй. Ауылдың иң тәүге уҡытыусылары Фәтих Шәрәфетдин улы Ниғмәтуллин һәм Шәрифулла Фәйзулла улы Үтәевтар фатихаһы менән Стәрлетамаҡҡа уҡытыусылар институтына юллана. Утыҙ йыл йәш быуынды тәрбиәләй, белем бирә.Трактор, комбайн штурвалы артына ултырып, тыуған ауылы баҫыуҙарын иңләп иген үҫтереүсе тракторсылар, шоферҙар, механизаторҙар - барыһы ла маҡтап телгә алыуға лайыҡ. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа арыу-талыу белмәй эшләгән механизатор-комбайнер, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғәлимйән Тимербай улы Ильясовты, тәүге шофер, хеҙмәт ветераны Әхмәт Әптелбасир улы Ғибаҙуллиндарҙы ауылдаштары хөрмәт менән иҫкә ала.Тракторсылар династияһы Садыҡовтар үҙҙәре бер тарих булып халыҡ хәтерендә ҡалалар. Ниғмәтйән Садыҡов ауылдың иң тәүге тракторсыһы. Колхозлашыу башланғас, ауылға “Катерпилер”, “Форзон” тракторҙарын ул алып ҡайта. Улдары ла тракторсылар. Шамил “Салауат” колхозының алдынғы механизаторы була. Тәү башлап Т-4 «Алтай» тракторын, һуңынан ҡеүәтле К-701 тракторын баҫыуҙарға алып сыҡты. Улы Тимерйән дә инде 35 йыл руль артында, крәҫтиән-фермер хужалығының иң уңған, иң алдынғы эшселәренең береһе. Үҙ эшендә яуаплы, мөкиббән киткән кеше.Ауылда тәүге медицина пункты һуғыштан һуңғы йылдарҙа асыла. 50-се йылда Нуғаҙаҡ ҡыҙы Замфира Арсланова килә, яҙмышын осратып ауылда ҡала. Уның янына Миңнифа Миңлеғәриф ҡыҙы эшкә ҡайта, улар ауырлыҡтар тимәй, йәйәү, ҡар-буранда ла, ел-ямғырҙа ла ауырыуҙар янына йөрөп, кешеләр һаулығы өсөн хеҙмәт итәләр.Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөгөн Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, йөрәк ауырыуҙарын дауалаусы Альберт Хәсән улы Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, күҙ табибы Ришат Тәхәүетдин улы Булатов, тире ауырыуҙары табибы Вәхит Әхмәт улы Ғибаҙуллин, хирургтар Илдар Хәләф улы Булатов, Талбазы Үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Илнур Фәнис улы Үтәевтар фиҙаҡәр хеҙмәт итәләр.Тәүге домолавканы Ильясов Харис үҙенең бәләкәй генә өйөндә аса. Тәҙрәнән ишек уйып, үҙенсә лавка яһап һатыу итә. Шунан бура килтереп магазин төҙөп ултырталар, Сәхиулла Үтәев һатыусы булып эшләй. Уның эшен кесе килене Көмөшбикә Муллағәле ҡыҙы дауам итә. Утыҙ йылдан ашыу ауылдаштарын сауҙа өлкәһендә хеҙмәтләндергән Көмөшбикә апайҙың хеҙмәте ҡулланыусылар йәмғиәте Рәсәй Федерацияһы күләмендә юғары баһаланды.Ағинәйҙәр клубы ағзаһы, педагогия хеҙмәте ветераны Фәнүзә Сәмиғулла ҡыҙы Ғәлиуллина ауыл хужалығы техникумын тамамлап, башта баҫыуҙарҙа иген үҫтерә, унан мәктәптә химия-биология уҡыта, БДУ-ны тамамлай. Ул актив кеше: һәүәҫкәр артист та, агитатор, ҡатын-ҡыҙҙар советында ла эшләп өлгөрә.Мәсет урынына төҙөлгән ауыл клубының тәүге мөдире Зөһрә Булатова була, унан Мораҙым ауылы ҡыҙы Тәнзилә Килдина утыҙ йыл арымай-талмай эшләй. Уның эшен килене, ейәнсәре дауам итә. Ә инде 33 йыл Рәмилә Вәкил ҡыҙы ауылдаштарының ялын ойоштора. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», бөгөнгө Шәжәрә байрамын ойоштороуға ла ҙур өлөш индерә, күп эш башҡара.Рәшитовтар ҡунаҡтарҙы йырҙар йырлап, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар.Ауылыбыҙҙың иң-иңдәре кемдәр?Байрам булғас, бүләктәрһеҙ генә булмай, бигерәк тә ауыл йыйыны. Үтәймулла халҡы тырыш, берҙәм. Шулар араһынан иң-иңдәре төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. «Иң эшһөйәр ғаилә» тип баҡсасылыҡ, таҡта ярыу эштәре менән шөғөлләнеүсе Айгөл менән Илшат Ибраһимовтар, шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫраусы Әлфиә менән Мәжит Рәшитовтар, йорт ғаилә башлығы Өфөлә эшләп, ауылда йорт һалыусы Минира менән Рәфил Ғәлиуллиндар ғаиләләре танылды.«Өлгөлө ғаилә» номинацияһында Фәниә һәм Рәфис Моратовтар, Рита һәм Баязит Рәшитовтар, Хәлимә һәм Юлай Шафиҡовтар бүләкләнде.Зөлфиә менән Нәфҡәт Әсәҙуллиндарҙың ҡоймаһы ауылда иң матуры, Әлфиә менән Фәүҡәт Ғөбәйҙуллиндар, Нәркәс менән Фәрүәз Мөхәмәтовтар, Әлиә менән Филәрит Булатовтар - «Иң матур ихата» хужалары.Ә инде байрамдың төп сәбәбе - шәжәрәңде төҙөп, туғандарыңды барлап, киләсәк быуындарыңа мираҫ итеп ҡалдырыу. Шәжәрә төҙөүселәр, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалманы. Иң бай, матур нәҫел ағасы төҙөгәндәре өсөн Ибраһимовтар беренсе урынға сыҡты, икенселә - Әсәҙуллиндарҙың, өсөнсө урында Рәшитовтар менән Хәсәновтарҙың шәжәрәләре.Әйтеүебеҙсә, тирмәләр зауыҡ менән биҙәлгән, башҡорт халҡының үткәненә, хәҙергеһенә арналған. Улар араһында Ғәлиуллиндарҙыҡы, Баймөхәмәтовтарҙыҡы, Ғәлимовтарҙыҡы айырылып тора, шулай уҡ улар билдәләнеп үтелде.Ауыл мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләүсе Рәмилә Вәкил ҡыҙы үҙенең байрам тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты:- Был байрамды үткәреү бер нисә йыл элек минең планда бар ине. 1899 йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойошторғайныҡ, бик яҡшы үтте. Ошо йыйынға йыйылып, ауылдаштарҙы, туғандарҙы осраштырыу - минең хыялымдың ысынбарлыҡҡа әйләнеүе. Бының өсөн бик шатмын. Быуындарын, нәҫелдәрен белмәгәндәр осрашты, танышты. Был байрамыбыҙ ҙа матур үтте. Саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улының килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне.- Ауылдаштарыбыҙ өсөн был бик ҙур, әһәмиәтле йыйын булды. Улар тирмәләр ҡуйып, матур итеп биҙәп, шәжәрәләрен ҡыҙыҡһынып өйрәнеп, байрамға ныҡлап әҙерләнделәр. Урамдарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтерҙеләр, буянылар. Ойоштороу комитеты ҙур эш башҡарҙы. Старостабыҙ Рәфис Моратовҡа, сценарий төҙөп үткәреүҙә Рәмилә Ғибаҙуллинаға, балаларҙы бейеүгә өйрәтеүсе Гөлирә Зәйнетдиноваға, депутаттарға, костюмдар, аппаратура менән ярҙам итеүсе район мәҙәниәт йортона, ауыл һәм район хакимиәтенә, бүләктәр менән килеүсе арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙға, үҙебеҙҙең ауылдан булған спонсорҙарға - барыһына ла ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти Үтәймулла ауыл китапханасыһы Розалия Әсәҙуллина, - бындай байрам ойошторолоуына барыһы ла бик шат. Алдағы көндәрҙә лә туғандар, дуҫтар осрашып торорға яҙһын.Баймөхәмәтовтарҙың тирмәһе иң яҡшыларҙың береһе булды.Автор: Р. БАРДЫБАЕВА.
Үтәймулланың күренекле кешеләре
:разифа салаватова-баймухаметова
Шәжәрә байрамы
ТУҒАНЛЫҠ ТАМЫРҘАРЫН БАРЛАҒАНДА
Район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улының байрамға килеүе мәртәбә өҫтәне.
Районыбыҙҙың ҙур башҡорт ауылдарының береһе булған Үтәймулла ауылында Шәжәрә байрамы үтте.
Шәмбелә Үтәймулла ауылына алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ошонда тыуып үҫкән, туған- тыумасалары, нәҫелдәре йәшәгән халыҡ йыйылды. Байрам үтәсәк Күҙйылға буйындағы ялан тулы матур кейемдәрҙә йәше-ҡарты, бала- саға. Рәт булып тирмәләр теҙелгән, улар янында ҡаҙандар аҫылған, хужабикәләр ярҙамсылары менән өҫтәлдәргә һый- ниғмәт менән тултыралар, милли аш- һыуҙарҙан һығылып торған табындар әҙерләп ҡунаҡ көтәләр.
Сәхнәгә яҡын күргәҙмә ойошторолған. Төрлө документтарға, матбуғатта баҫылған материалдарға нигеҙләнеп төҙөлгән «Ауылымдың та¬рихы», Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә арналған «Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай», талантлы, билдәле ауылдаштарға бағышланған «Ауырғазы районына - 85 йыл» стендта¬ры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем үҙенең яҡынының, танышының исемен, фоторәсемен күрергә тырыш¬ты. Шунда уҡ оҫталарҙың ҡул эштәре лә урын алған.
Шул арала рәсми саҡырылған ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Баязитов, Үтәймулла ауылы старостаһы Рәфис Моратов, ауыл клубының әйҙәүсе мәҙәни ойоштороусыһы Рәмилә Ғибаҙуллина, мәктәп уҡыусылары ҡапҡа янында ҡурайҙа уйнап, ҡымыҙ, бауырһаҡтар менән район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисовты ҡаршы алдылар. Зөфәр Йәүҙәт улы күргәҙмә янында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, тарихты ҡыҙыҡһынып тыңланы. Һәр тирмәлә лә уны ихлас ҡаршы алдылар, шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Һәр нәҫел, туғандаш аралар үҙ быуындарын мөмкин тиклем тулыраҡ барлап, сағыу итеп күрһәтергә теләгән. Тирмә эсендә башҡорт халҡының көнкүрешендә ҡулланлыған һауыт-һаба, төрлө сигелгән әйберҙәр, бишек ҡуйылһа, ихатаһында ҡоҙоҡ та, умартасылыҡ, ат егеү кәрәк-яраҡтары ла урын алған.
Ҡаршы алыу, танышыуҙан һуң барыһы ла сәхнә янына йыйылды.
- Үтәймулла ауылында оло йыйын Туғандар, нәҫелдәр, яҡын ҡәрҙәштәр бергә йыйылып үҙҙәренең быуын¬дарын барлай, нәҫел ағасын төҙөй, киләсәген күҙаллай. Байрамыбыҙ ҡотло һәм мөбәрәк булһын. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул - беҙҙең кисәге көнөбөҙ. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, атай- олатайҙарыбыҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары - киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ. Үткәне булмағандың киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Бөгөнгө быуыныбыҙ ҙа киләсәгебеҙҙә тарихыбыҙҙан, тамырыбыҙҙан һут ала. Шәжәрә байрамыбыҙҙың изге Рамаҙан айында үткәрелеүе икеләтә ҡыуаныслы, - алып барыусыларҙың ошо һүҙҙәренән һуң Фоат хәҙрәт фатиха сүрәһе менән байрамды башланы.
Байрамды асыу өсөн сәхнәгә ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Нәжип улы менән ауыл старостаһы Рәфис Рәйес улы күтәрелде. Улар байрам менән ау¬ылдаштарын ҡотланылар. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Айнур Фәнис улы Үтәев Үтәймулла ауылы тарихына байҡау яһаны.
Йәүҙәт улы Иҙрисов та ауыл халҡын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, уларға изге эштәрендә уңыштар теләне. Уның ҡулынан күп балалы Нилуфар һәм Рәис Булатовтар ғаиләһе социаль программа буйынса йорт һатып алыуға сертификат алды.
2015 йыл - ике ғаиләлә сабыйҙар тыуҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Р. Баязитов Ләйсән һәм Айнур Ғәлиуллиндарҙы, Зәлиә һәм Филхәт Хәсәновтарҙы ғаиләләрендә ҡыҙ балалар донъяға килеү менән ҡотланы.
Дүрт ғаилә пары 60 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр, барыһы ла бал ҡорттары тотҡандар, бал, төрлө үләндәр менән дауаланғандар. Бына улар: Әсмә һәм Әхмәт Абдуллиндар, Зөлфиә һәм Нәжиб Әсәҙуллиндар, Тәслимә һәм Миңлебай Баймөхәмәтовтар, Зәкиә һәм Мөхәмәтдин Шәрәфетдиновтар. Уларҙың өлгөлө йәшәүҙәренең сере бер-береһенә булған хөрмәттән, мөхәббәттән, аңлашып йәшәүҙән дә торалыр.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау.
Ауылдың үткәне һәм хәҙергеһе
(байрам сценарийы ҡулланылды)
Сәхнә түренә тәүгеләрҙән булып иң өлкән, иң хөрмәтле, тарихты яҡшы белеүсе, туғыҙынсы тиҫтәһен тултырып килеүсе ағинәй, педагогия хеҙмәте ветераны Зөһрә Әғзәм ҡыҙы Ғибаҙуллинаны саҡырҙылар. Үтәймулла мәктәбен тамамлағас, Ғафури районы Үтәш ауылына йәйәүләп йөрөп урта мәктәпте бөтөрә һәм ауылда һатыусы, 1948-1951 йылдарҙа клуб мөдире булып эшләй. Ауылдың иң тәүге уҡытыусылары Фәтих Шәрәфетдин улы Ниғмәтуллин һәм Шәрифулла Фәйзулла улы Үтәевтар фатихаһы менән Стәрлетамаҡҡа уҡытыусылар институтына юллана. Утыҙ йыл йәш быуынды тәрбиәләй, белем бирә.
Трактор, комбайн штурвалы артына ултырып, тыуған ауылы баҫыуҙарын иңләп иген үҫтереүсе тракторсылар, шоферҙар, механизаторҙар - барыһы ла маҡтап телгә алыуға лайыҡ. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа арыу-талыу белмәй эшләгән механизатор-комбайнер, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғәлимйән Тимербай улы Ильясовты, тәүге шофер, хеҙмәт ветераны Әхмәт Әптелбасир улы Ғибаҙуллиндарҙы ауылдаштары хөрмәт менән иҫкә ала.
Тракторсылар династияһы Садыҡовтар үҙҙәре бер тарих булып халыҡ хәтерендә ҡалалар. Ниғмәтйән Садыҡов ауылдың иң тәүге тракторсыһы. Колхозлашыу башланғас, ауылға “Катерпилер”, “Форзон” тракторҙарын ул алып ҡайта. Улдары ла тракторсылар. Шамил “Салауат” колхозының алдынғы механизаторы була. Тәү башлап Т-4 «Алтай» тракторын, һуңынан ҡеүәтле К-701 тракторын баҫыуҙарға алып сыҡты. Улы Тимерйән дә инде 35 йыл руль артында, крәҫтиән-фермер хужалығының иң уңған, иң алдынғы эшселәренең береһе. Үҙ эшендә яуаплы, мөкиббән киткән кеше.
Ауылда тәүге медицина пункты һуғыштан һуңғы йылдарҙа асыла. 50-се йылда Нуғаҙаҡ ҡыҙы Замфира Арсланова килә, яҙмышын осратып ауылда ҡала. Уның янына Миңнифа Миңлеғәриф ҡыҙы эшкә ҡайта, улар ауырлыҡтар тимәй, йәйәү, ҡар-буранда ла, ел-ямғырҙа ла ауырыуҙар янына йөрөп, кешеләр һаулығы өсөн хеҙмәт итәләр.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөгөн Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, йөрәк ауырыуҙарын дауалаусы Альберт Хәсән улы Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, күҙ табибы Ришат Тәхәүетдин улы Булатов, тире ауырыуҙары табибы Вәхит Әхмәт улы Ғибаҙуллин, хирургтар Илдар Хәләф улы Булатов, Талбазы Үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Илнур Фәнис улы Үтәевтар фиҙаҡәр хеҙмәт итәләр.
Тәүге домолавканы Ильясов Харис үҙенең бәләкәй генә өйөндә аса. Тәҙрәнән ишек уйып, үҙенсә лавка яһап һатыу итә. Шунан бура килтереп магазин төҙөп ултырталар, Сәхиулла Үтәев һатыусы булып эшләй. Уның эшен кесе килене Көмөшбикә Муллағәле ҡыҙы дауам итә. Утыҙ йылдан ашыу ауылдаштарын сауҙа өлкәһендә хеҙмәтләндергән Көмөшбикә апайҙың хеҙмәте ҡулланыусылар йәмғиәте Рәсәй Федерацияһы күләмендә юғары баһаланды.
Ағинәйҙәр клубы ағзаһы, педагогия хеҙмәте ветераны Фәнүзә Сәмиғулла ҡыҙы Ғәлиуллина ауыл хужалығы техникумын тамамлап, башта баҫыуҙарҙа иген үҫтерә, унан мәктәптә химия-биология уҡыта, БДУ-ны тамамлай. Ул актив кеше: һәүәҫкәр артист та, агитатор, ҡатын-ҡыҙҙар советында ла эшләп өлгөрә.
Мәсет урынына төҙөлгән ауыл клубының тәүге мөдире Зөһрә Булатова була, унан Мораҙым ауылы ҡыҙы Тәнзилә Килдина утыҙ йыл арымай-талмай эшләй. Уның эшен килене, ейәнсәре дауам итә. Ә инде 33 йыл Рәмилә Вәкил ҡыҙы ауылдаштарының ялын ойоштора. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», бөгөнгө Шәжәрә байрамын ойоштороуға ла ҙур өлөш индерә, күп эш башҡара.
Рәшитовтар ҡунаҡтарҙы йырҙар йырлап, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар.
Ауылыбыҙҙың иң-иңдәре кемдәр?
Байрам булғас, бүләктәрһеҙ генә булмай, бигерәк тә ауыл йыйыны. Үтәймулла халҡы тырыш, берҙәм. Шулар араһынан иң-иңдәре төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. «Иң эшһөйәр ғаилә» тип баҡсасылыҡ, таҡта ярыу эштәре менән шөғөлләнеүсе Айгөл менән Илшат Ибраһимовтар, шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫраусы Әлфиә менән Мәжит Рәшитовтар, йорт ғаилә башлығы Өфөлә эшләп, ауылда йорт һалыусы Минира менән Рәфил Ғәлиуллиндар ғаиләләре танылды.
«Өлгөлө ғаилә» номинацияһында Фәниә һәм Рәфис Моратовтар, Рита һәм Баязит Рәшитовтар, Хәлимә һәм Юлай Шафиҡовтар бүләкләнде.
Зөлфиә менән Нәфҡәт Әсәҙуллиндарҙың ҡоймаһы ауылда иң матуры, Әлфиә менән Фәүҡәт Ғөбәйҙуллиндар, Нәркәс менән Фәрүәз Мөхәмәтовтар, Әлиә менән Филәрит Булатовтар - «Иң матур ихата» хужалары.
Ә инде байрамдың төп сәбәбе - шәжәрәңде төҙөп, туғандарыңды барлап, киләсәк быуындарыңа мираҫ итеп ҡалдырыу. Шәжәрә төҙөүселәр, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалманы. Иң бай, матур нәҫел ағасы төҙөгәндәре өсөн Ибраһимовтар беренсе урынға сыҡты, икенселә - Әсәҙуллиндарҙың, өсөнсө урында Рәшитовтар менән Хәсәновтарҙың шәжәрәләре.
Әйтеүебеҙсә, тирмәләр зауыҡ менән биҙәлгән, башҡорт халҡының үткәненә, хәҙергеһенә арналған. Улар араһында Ғәлиуллиндарҙыҡы, Баймөхәмәтовтарҙыҡы, Ғәлимовтарҙыҡы айырылып тора, шулай уҡ улар билдәләнеп үтелде.
Ауыл мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләүсе Рәмилә Вәкил ҡыҙы үҙенең байрам тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Был байрамды үткәреү бер нисә йыл элек минең планда бар ине. 1899 йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойошторғайныҡ, бик яҡшы үтте. Ошо йыйынға йыйылып, ауылдаштарҙы, туғандарҙы осраштырыу - минең хыялымдың ысынбарлыҡҡа әйләнеүе. Бының өсөн бик шатмын. Быуындарын, нәҫелдәрен белмәгәндәр осрашты, танышты. Был байрамыбыҙ ҙа матур үтте. Саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улының килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне.
- Ауылдаштарыбыҙ өсөн был бик ҙур, әһәмиәтле йыйын булды. Улар тирмәләр ҡуйып, матур итеп биҙәп, шәжәрәләрен ҡыҙыҡһынып өйрәнеп, байрамға ныҡлап әҙерләнделәр. Урамдарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтерҙеләр, буянылар. Ойоштороу комитеты ҙур эш башҡарҙы. Старостабыҙ Рәфис Моратовҡа, сценарий төҙөп үткәреүҙә Рәмилә Ғибаҙуллинаға, балаларҙы бейеүгә өйрәтеүсе Гөлирә Зәйнетдиноваға, депутаттарға, костюмдар, аппаратура менән ярҙам итеүсе район мәҙәниәт йортона, ауыл һәм район хакимиәтенә, бүләктәр менән килеүсе арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙға, үҙебеҙҙең ауылдан булған спонсорҙарға - барыһына ла ауылдаштар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти Үтәймулла ауыл китапханасыһы Розалия Әсәҙуллина, - бындай байрам ойошторолоуына барыһы ла бик шат. Алдағы көндәрҙә лә туғандар, дуҫтар осрашып торорға яҙһын.
Баймөхәмәтовтарҙың тирмәһе иң яҡшыларҙың береһе булды.
Автор: Р. БАРДЫБАЕВА.