Әле генә кергән инек,

Йәшлек яҙына
Кай арала ғүмер уткән,
,Уткән кеүек аҙ ғына.
Маңлайҙарға һырҙар һалған,
Сәстәр ағарған
Йәшлегебеҙ бик алыҫта,
Алыҫта калған!
Муйыл сәскә атҡан яҙҙы
Һаман яратам!
Бер аҙға ғына булһала
Йәшлеккә ҡайтам!
Һәр йыл килә муйыл сәскә
Атҡан йәмле яҙ,
Йашлеккә кире ҡайтара
Аҡ сәскәле яҙ!
Йөрәк кенә һис ҡартаймай
Һәр ваҡыт йәп-йәш,
Бөрөләнеп сәскә ата
Йәмле яҙ еткәс!

Комментарии