Әсәйемдең юбилейена яҙған ,уны ҡотлап,аҙыраҡ уның тарихын һөйләгән инем кунаҡтарға.

Ошо яҙма килеп сыҡты ла йыртырға йәлләнем.
Бөгөн беҙҙең анкәйебеҙҙең иң матур шатлыҡлы көнө,юбилейе!!!
Бөгөнгө кеүек йылы, матур алтын көҙ көнендә
көтөп алған,яратҡан ҡыҙҙары булып донъяға килгән.Һәр атай-әсәй балаһы иҫән-һау донъяға килгәс кыуана,беҙҙең Зәкиә нәнәйҙә шулай кыуанғандыр.Ауыр ваҡыт булһала атай,әсәй булған өйҙә,бала аслыҡ,яланғаслык кисермәгәндер.Рәхәтләнеп инәй ҡуйыныңда
уҫеп яткандә өйгә ҙур ҡайғы килә.Әсәйҙәре бала артынан һауыға алмай.Өй тулы бәләкәй балаларын,картайымды йәтим ҡалдырып нәнәйем үлеп китә.Анкәйемә 5 йәш,энеһенә 2,5
йәш була Инәй тейеп әйтер кешеләре юҡ,инәй ҡуйыныңда иркәләусе кешеләре ғәзиздәре юҡ ..йатимлек керә йортҡа .5 йәштә,инәй кәрәк саҡта,илаһаңда йыуатыусы,иркәләусе ғәзиз кешеһен юғалткас ,бәләкәс кенә йөрәгендә ҙур ,юйылмаҫ яра калғандыр .
Апайҙары,атаһы тарбиәһендә уҫеп,буй еткереп,тормош ҡороп,уҙе балалар устерә башлағас,инәйҙең ныҡ кәрәк сағын шул сактарҙа ныҡ аңлай башланым тей әнкәйем .
Рәхат кенә тормош бармағандыр,өй тулы бала,һәр береһенә көй кәрәк,наҙ кәрәк булғандыр .төн йокламай сирләһәләр яндарында ултырырға карәк булғандыр.Иҫән-һау булһындар,аҡыллы,тәртипле,гумерле булһындар тейеп теләгәндер.Аллаға шөкөр атайым аҡыллы,тәртипле ,яҡшы кеше ине,тормош котөуе ул тиклем ауыр булмағандыр.Беҙҙә балалары ,аҡыллы ғына булып уҫтек аллаға шөкөр,йөҙҙаренә ҡыҙыллык килтермәнек.Беҙгә,6 балаға туйҙар эшләп,тормош юлына сығарзылар.
5малай,2кыҙ гөрлашеп уҫтек .Малайҙар армия сафтарында хеҙмәт иткән саҡта төн йоҡолары тәмле булмағандыр,бала өсөн кайгырып,янып көндәре уткәндер.Матур хезмәт юлдарынан,утлы һуғыш яланынан иҫән-һау ҡайтҡан улдарын күреп шатлыктарының иге-сиге булмағандыр.
Гел генә тормош матур бармай шул,Афған
һуғышынан яраланып ҡайтҡан улдары Рәжәп
32 генә йашендә,яралар тоже ярҙам иткәндәр
атай-асайебеҙҙе,беҙҙелә зар илатып,яҡты донъяларҙан китеп барҙы ..
Әнкәйемдең йөрәгенә тағыла юғалтыу яраһы
өҫтәлде. Онотолмаҫлыҡ бала ҡайғыһы кисерҙеләр ..Оло кайгыларҙан атайым да оҙак йәшәмәне,өс йыл эсендә ул да беҙҙе ташлап китте. Әнкәемә тағы ҡайғы...
Нисек туҙҙең икән йөрәк
Кайғыларың күп бит бигрәк,
Әле беҙ бар,балаларың
Тип һин йөрәк,һиңә әле
Оҙаҡ-оҙаҡ йәшәү кәрәк!
Тейеп әйтер инем әнкәй һинең оло йөрәгеңә!
Кайғылар баҫыла,йөрәк яралары төзәлмәй һулҡылдап,сәнесеп ала.Якындар,туғандар,балалар онотолмай мәңге йөрәктә ҡала !
Ғүмер шулай асыһын,сөсөһен ауыҙ иттереп
уҙ яйы менән китеп бара.
Һикәлтәле тормош юлдары артта ҡалһын,беҙ бөгөн һинең юбилейеңа,85 йәшеңә йыйылдыҡ.
Һәр бер көнең бөгөнге кеүек яҡты,кутәренке кәефле,кыуаныслы булһын!Кайғы,хәсрәт курмә,оҙон ғумер,ҡоростай таҙалыҡ теләйбеҙ!
Баксаларҙа ҡоштар һайрап торһон
Котлап Әнкәй туған көнеңдә,
Фарештәләр ап-аҡ ҡанат йәйһен
Күп ауырлыҡ кургән иңеңдә!
Ҡартайҙым тейеп әйтмә 85 йәш әле иң матур саҡ,кайғыһыҙ,хасрәтһеҙ йәшә әле!
Бөгөн һинең юбилейеңда яҡын кешеләрең ултыра ғүмер иткән куршеларең,яҡын туғандарың,балаларың ултыра .Һәр береһе менән уткән гумереңдә иҫтәлекле хатирәләр бар ,улар һиңә яҡын,кәҙерле.Ошо матур көнеңдә тағыла матур иҫтәлек,ологайған көнегеҙҙә булһала яңы туғандар менән осраштығыҙ.Беренсе тапҡыр 85 йылға ике тугандарыңды таптыҡ,күрше ауылда ғына йәшәгәндәр,бөгөн уларҙа һиндә кунаҡта ултыралар аллаға шөкөр!Күпме гумерегеҙ бар,бер берегеҙҙе белеп,күрешеп йәшәргә яҙһын.Һеҙҙән һуң беҙгә,балаларға туганлыҡ ептәрен юғалтмаҫка яҙһын!
Әнкәй һин бик үңған булдың ,капҡа төбөнән башлап өй алдары аллы-гөллө сәскәләр менән
тулған.уткән,килгән кеше һоҡланып,һурәттәргә төшөрөп китәләр хатта .Беҙ һинең кеүек эшләй алмайбыҙ,эҫе булһа куләгә кәрәк,һалҡын булһа өйҙә генә ултырырға кәрәк,кейенһәк эйелеп-бөгөлөп эшләп булмай.Һиңә эҫелә юҡ,һыуыҡтан да курыҡмайһың аллаға шөкөр, уҙ көйөнә эшләп тик йөрөй.Баҡсаһы гөлдәр менән тулған,еләктәре кып -ҡыҙыл ике баҡсаһында бешеп ултыра.Окшамаһа ҡаҙып атып бәрә .Карагаттарзы бәләкәй баҡсанан ҙурына күсереп бөттө Ошо бәләкәй генә әнкәйемдә күпме көс,йәшәү дәрте бар.!
алдағы көндәреңдә лә ең һыҙғанып алға атла,пландарыңды киләһе йылға төзөп ҡуй,ҡыш күп итеп көс туплап,хәл йыйып яҙгылыкка эш итәргә яҙһын!
Тыуган көненән һуң әнкәйем ике йыл матур итеп донъя көтөп,гөлдәрен уҫтереп йәшәне .
87йәшендә әнкәйем инфаркт уткәрҙе,улемдән ҡалып,реанимацияларҙа ятып,көс -хәл менән аякҡа баҫып йортона кайтты.
Газ керетеп,ремонттар эшләп ойөн йәмләп бетте лә бит ,тик был матурлыҡта оҙак йәшәй алманы. Инфарктан һуң 9ай йәшәне әнкәем,балаларында йәшәргә тура килде,ялғыҙы йәшәрлек булманы,өйөн һағынды ныҡ итеп.уз өйөм тын алыуҙары еңел булыр алып ҡайтығыз тигәс кайттыҡ,
Тик һуңланыҡ ..шуныһы өҙә уҙәкте .бер аҙна ғына йәшәп ҡалды. Ныҡ үкенесле. .
Матур яҙҙар килгәндә,талдар бөрө сыгарғанда
Изге Гәет бәйрәме көндө куҙҙәрен йомдо әнкәйем...
Изге Гәет байрамы,матур кондә яҡшы кешеләр тура ожмахҡа керә тейеп әйтәләр,беҙҙең әнкәйем нәк ошо ожмахка кергән изге йәндәрҙең береһелер тейеп уйлайым!
Әнкәйем,бәгеркәйем,йәндарең ожмах турҙәрендә булһын🙏
Ауыр тупраҡтарың еңел,ҡараңғы гурҙәрең яҡты булһын🙏
Тыныс йоҡла ҡәзерлебеҙ беҙҙең🙏🙏🙏😪🌹😘
Һағынабыҙ,юкһынабыҙ һине😪😪😪

Комментарии