Йөрәгемдең турендә һин

Нишләйем һуң яратам ,
Онот тейеп әйтһәләрҙә
Һин тип һаман йән атам.
Куҙ алдымда тора нурлы
Серле күҙ караштарың,
Ҡолағымда сыңлап китә
Көлөүең, тауыштарың.
Йәшендәрҙәй йәшнәп килгән
Һин тәуге мөхәббәтем,
Хыялдарымда йәшәусе
Берҙән-берем,бәхетем.
Һағынам һине,юкһынам
Көтәм әле мин көтәм,
Һин тип тибә был йөрәгем
Яратам һине иркәм.!
Ф.Камаева.

Комментарии

Комментариев нет.