Серле төш ( үткәндәргә ҡайтып әйләнеү)

Автор: Римма Баймырҙина
Тәҙерә төбөндә тыптыр - тыптыр килеп бейешкән ямғыр тамсыһы, иҙерәп кенә йоҡлап ятҡан ерҙән һиҫкәндереп тәмле йоҡомдан уятты, һәм серле төшөмдө бүлергә мәҗбүр итте. Ғәҗәпләнеп тирә - яғыма үпкәле күҙ ҡарашым йөгөрттөм дә тертәп үк ҡуйҙым: "Өнөммө был төшөмме"- тип тәрән уйға сумдым.
Их ниңә генә уяндым һуң? Серле төшөмдән һис айырылырға теләмәй дауамын күреп бөтөрәһе килеп, күҙҙәремде кире йомдом. Тик үкенескә ҡаршы йоҡом осто ә төшөм томан фәрҙәһе артына ҡасты.
Һәр иртәне йылмайып уянырға кәрәклеген белһәм дә, бөгөн мин ниңәлер моңһоуланып уяндым.
Уянғас утырып тәмләп иртәнге сәйемде эсеп алғандан һуң, хәтирәләр һандығында ҡаҙынырға тотондом. Төшөмдә күргәнемде берәм - берәм ентекләп күҙ алдынан үткәрҙем. Йыраҡта бик алыҫта тороп ҡалған вайымһыҙ бала - сағыма, гөрләп сәскә атҡан йәшлек таңыма алып ҡайтты мине бөгөнгө тылсымлы төшөм...
Шау сәскәле йәшел хәтфә болондарҙа аунаған, ялан аяҡ ауыл урамында уйнаған, тәүге тәпәй һалған эҙҙәр буйлап йөрөттө лә Һәләүек буйына етәкләп алып төштө. Һыу сәсерәтеп уйнағандар, балыҡ кеүек йөҙөп сумғандар, селтерәп кенә аҡҡан Һәләүегем ағышы, сут - сут килеп талдарға ҡунып һайраған ҡоштар тауышы: барыһы бергә ҡушылып бер илаһи сихри моңға әүерелеп, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып үткәндәргә әйҙәне.
Бына бит ниндәй хозурлык, бер керһеҙ сафлыҡ паклыҡ, яҡты матур хәтирәләр йыйнаған бала саҡ үҙенә.
Һыҙылып ҡына алһыу таң ата! Ҡыҙҙар тауы артынан ҡояш алтын көмөш нур ептәрен һуҙа. Иң тәүҙә урман - туғайзарҙа үҫкән нарат, имән, ҡайын, тал, тирәк ағастарының сәсен тарап, наҙлап иркәләп үбә.
Һуңынан күпереп ятҡан диңеҙҙәй киң иген баҫыу ялан тулҡындарында сайҡала ла ауыл яғына ҡарап юл ала.
Ауылым шулай уяна, яңы көн башлана...
Таң беленә башлау менән, тирә - яҡтың һиҙгер йоҡоһыҙ әтәстәре бер - береһенән уҙҙырып, тамаҡтары ҡарлығып бөткәнсе ҡысҡыра: тороғыҙ...уянығыҙ...йоҡлап ятып ҡалмагыҙ тигән кеүегҽрәҡ.
Ауылым шулай уяна...Яңы яҡты көн тыуа...
Юғары яҡ остан ауыл көтөүселәре Әғзәм ағай менән Минеғәле ағайҙың сыбыртҡы шартлатҡаны, тыңлауһыҙ аҙғын һыйыр малдарына шелтәләп ҡысҡырған тауыштары, ауылдың бер осонан икенсе осона иртәнге тынлыҡты боҙоп, бик асыҡ яңғырап ишетелеп тора.
Ауылым шулай уяна, бар донъя ҡояш нурына урала.
Ауыл урамдары, ялан баҫыу ҡырҙары: трактор, машина, комбайн тауышы менән тула, әйтерһең умарта айыралармы ни гөҗләп ҡайнап тора.
Йорт эштәре таң ҡараһынан эңер төшкәнсе, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ваҡ - төйәк эш муйындан. Иҫ китәрлек бит, нисек өлгөрҙөләрме икән беҙең әнейҙәр, өләсәйҙәр?
Өй тулы бала - саға, йорт тулы мал - тыуар, ихата тулы ҡош - ҡорт, шуларҙың барыһына ла етешергә кәрәк.
Балаларының өҫтө таҙа бөхтә, тамаҡтары туҡ тәрбиәле, өйҙә йәшелсә баҡсаһы ла тәрбиә көтә, ялан баҫыуында гектарлап сөгөлдөр. Хәләл ефетенең эштән ҡайтыуына аш - һыу әҙерләп, яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршы алырға ла өлгөрә. Ниндәй уңған эшһөйәр, рухи яҡлап көслө лә, тыйнаҡ аҡыллы, сабыр холоҡлы, түҙемле, ипле булғандар беҙең әнейҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ.
Көнө буйы эш менән мәшғүл булғанға, аҙып - туҙып йөрөргә ваҡыттары ла, теләктәре лә булмағандыр. Ғаилә ныҡлығы татыулығы, ҡатын - ҡыҙ күркәмлеге, тоғролоғо, сафлыҡ тыйнаҡлылығы, яулыҡ ябынған йөҙөнән әллә ҡайҙан нур һибеп бөркөлөп торан.
Донъя көтәм, балалар үҫтерәм, кешенән кәм - хур булмайым, әҙәм көлкөһенә ҡалмайым тип, ер тырнап тир түккән. Балаларына өлгөле тәрбиә, йәмғиәткә файҙалы, кешеләргә инсафлы, эш һөйәр иттереп тәрбиә бирә белгәндәр. Нисек кенә түҙгәндәрҙер һуң беҙең ҡәҙерле һөйкөмле әсәйҙәр?
Донъялар шаҡтай күҙгә күренеп үҙгәрҙе, алға китеш, үҫеш көнкүреш үҙгәреше.
Газы, һыуы өйҙә, көйәнтәләп Һәләүҽктән йә ҡойонан һыү ташыйһы түгел, өй йылытам тип мейес тә яғаһы юҡ.
Автомат машина кер йыуа, мульти варка бешерә, микро волновка йылыта, һыуытҡысы һыуыта хәттә посудаһын да йыуып бирә.
Йәшәү шарттары еңеләйҙе, әкиәт донъяһында йәшәгән кеүекбеҙ.Тик шулайҙа кешегә ниҙер етмәй, бер - береһенә ҡарата мөнәсәбәт етди рәүештә үҙгәрҙе, ғөмүмән михнәткә түҙеп өйрәнгән халҡым рәхәткә сыҙамай ҡотора. Бисмиллаһыҙ нәфсе ҡолона әүерелә, алдашыу, талау, үтереш, кеше йәберләү, мәсхәрәләү ҡайҙан сыға һуң был саҡлы ҡәбәхәтлек???
Ғәмһеҙлек??? Ғәҙелһеҙлек???
Бер - беребеҙҙең ҡәҙерен белмәй, яҡындарыбыҙ аһ - зарын ишетмәй, туғандарҙы иш итмәй, бер ҡарындаш туғаныңды һанламау, кеҫә ҡалынлығына дәрәҗәгә ҡарау, көнләшеү, үсләшеү
ҡайҙан тыуа был хәтлем ҡәбәхәтлек???
Фаныйға мәңгегә килгән кеүек, киң донъяға һыймай, байлыҡ донъя малы тип күҙгә аҡ - ҡара күрҽнмәй нәфсегә хуҗа була алмай, хәлһеҙҙе тапап иҙеп һаман үрмәләйбеҙ үрҙәргә. Бөтә донъя аҡсаға бәйләнгән, кеҫәң ҡалын булһа һинең дәрәҗәң дә өҫтөн, ә хәлең мөшкөлөрәк икән, тимәк икенсе ҡатламға бүленәһең...
Түләп эшләтеү заманаһы хөкөм итә, ә изгҽлҽк эшләү ярҙам итеү сифаты, рәхмәт һүҙе ишетеү ниңәлер бөгөн ят ҡылыҡ. "Рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай, икмәккә лә май итеп яғылмай"-тигән һүҙ телмәре хәҙер көнкүрештә йыш ҡулланыла, ошо етешһеҙлектәрҙе күреп үҫә лә индҽ беҙең йәш быуын балалары.
Беҙ үҫкәндәге тәртип, әҙәплелек, берҙәмлек юҡҡа сыҡты хәҙер. Кеше кешегә күршеһенә кермәй, үҙ күләгәһенән үҙе шөрләп, ҡырыҡ йоҙаҡҡа бикләнеп, бары тик үҙе өсөн генә йәшәй.
Заманалар хәтәр үҙгәрҙе, кешеләрҙе иләктән - иләп елгәрҙе. Көндән көн кешене таң ҡалдырып яңы ҡарар сығаралар, баш түрәләр хуҗалар нимә генә уйлайҙар.??? Бармы үларҙан берәр фәтеүә һәм файҙа??
Без үҫкәндәге гөрләп торған, ауылыма йәм өҫтәгән, көнө - төнө эшләгән ырҙын табағы ҡайҙа??? Гараҗ тулы техникаһы???
Беҙең колхозда ғына күпме фермалар бар ине, ауылға ҡайтып керһәң шул иҫке ташландыҡ емерелеп бөткән фермалар һөлдәһе ҡаршы ала, ошо күренеш йөрәкте әрнетә.
Гектарлап үҫкән иген баҫыуҙары сүп үләне, шайтан таяғына күмелеп ер Әсәне кәмһетә, рәнйетә. Гөрләп торған колхоз тарҡалды, ауыл халҡы эшһеҙ ҡалды.
Тәртипһеҙлек, енәйәт ҡылыуҙың төп сәбәбе эшһеҙлек түгелме ни?
Йәш ғаиләләр ҡоролоп та өлгөрмәй тарҡала, ғаилә башлыҡтары эш эҙләп, төрлө сит тарафтарға ҡарап юл ала.
Балаһының үҫкәнен күрә алмай, ҡатыны наҙына мәхрүм булып ситтә йөрөй.
Үзебеҙҙә эш булһа, шул хәлгә бер кемдә тарыҡмаҫ ине.
Ошо сетерекле һорауҙарға ҡайҙан яуап табырға?
Пенсия йәшен арттыралар, фабрика заводтарҙы яптыралар, кеше ҡайҙан эш табып көн күрергә тейешлеген, өҫтә утырған хуҗа - түрәләр ниңә уйламайҙар икән? Колхоздарҙы нығытып яңынан аяҡҡа баҫтырыу өсөн ниндәй тотҡарлыҡ, ҡаршылык ҡамасаулай һуң???
Ысынлап та бөгөн күргән серле төшөмдән генә башлап ебәргән инем, әллә ҡайҙарға төшөп китеп төптән ҡаҙына башланым. Берүк ғәфү итә күрегеҙ, әллә ни юҡ барҙы яҙып ваҡытыгыҙҙы алғаным өсөн. Бөгөнге тормошҡа һоҡланып таң ҡалһам да, иртәгәһен уйлап ҡурҡындыра. Ниҙәр булып бөтөр хәйерлегә генә булһын инде.
Ошо бөгөнге күргән төшөмде өнгә әйләнгәнен теләр инем.Алға киткән интернет техникаһы ла кәрәк түгел, тик емерелмәһен ине колхоз арбаһы...
Ғүмер — күҙ асып йомған кеүек кенә, бик тиҙ үтә лә китә икән.!?
Их был ғүмер ағыштары : әйтерһең дә ел - дауыллап, күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп килгән йәйге яңғыр кеүек, ялт - йолт итеп күҙ ҡамаштырып ялтыраны ла, дөмбөр - шатыр килеп шаулап үтте лә китте!
Ҡояш йымайып ҡарағандан һуң йылы ләйсән яңғырына әйләнеп , офоҡтың бер осонан икенсеһенә Салауат күперен йәйеп үткәндәргә беҙҙе әйҙәй ..
Йылғалар артылып ярҙарына һыймай ҡағыла - һуғыла ағалар ҙа ағалар. Ярҙары йыуыла - йыуыла әкрен генә умырылып ярһыҙ ҙа ҡалдыра.
Мин ғүмерҙе гел шул ағын һыуҙар менән сағыштырам, яр ситенә баҫып, ( туҡта ашыҡма... ашҡынма ...талғын ғына аҡһаңсы) - тип ҡысҡыраһы килә, йылға ағышын әкренәйтәһем килә ...
Ә ҡай саҡта мин был донъяны икһеҙ - сикһеҙ киң диңгеҙ даръя итеп күҙ алдына килтерәм. Иге сиге , осо - ҡырыйы күренмәгән, күк көмбәҙе менән килеп теркәлгән диңгеҙ күренешен ғүмер ярынан күҙәтәм кеүек...
Тын ғына ятҡан диңгеҙ өҫтө иҫ китмәле матур, ҡояш нурҙары менән шаярып : тәңкә тамсылар сәсерәтеп аҡсарлаҡтар сумып йөҙә.
Дауыл сығыр алдынан диңгеҙ төҫө үҙгәреп ҡарағосҡол төҫкә керә , ул инде тулҡын бишегендә иркәләнеп тибрәлмәй, ярҙан ярға бәрелеп ҡотора , ел дауыл ыҗғырғаны оҙаҡ ҡына ишетелеп тора...
Дауыл үткәс диңгеҙ ярһыуы тына, тулҡындары ғәфү үтенгән һымаҡ ярҙарын үбеп ҡоса , ҡояш нурҙарын һибеп иркәләй, әкрен генә үҙ яйына ғүмер дауам итә..
Мин йыш ҡына хыялға бирелеп, хәтирәләр йомғаын һүтергә яратам, элекке иҫке аҡлы - ҡаралы кинокадрҙар кеүек үткәнемде күҙ алдымдан үткәрәм. Бер мин генә түгел инде, барыбыҙҙа ярата ул баласаҡтың иң ҡыҙыҡлы, ҡәҙерле, ҡиммәтле, ләззәтле фрагментына әйләнеп ҡайтырға...
Ғәйләлә мин бер үҙем бик иркә генә ҡыҙ булып үҫһәмдә , гел малайҙар кеүек әтейемә ҡойроҡтай тағылып йөрөнөм.
Механизатор булды минең әтейем, элекке тракторларҙы хәтерләйһегеҙҙер бит инде, тауышы ауылдың юғары осонан түбән яғына саҡлы ишетелә.
Шул тауыш әллә күңелгә хуш килдеме?, әллә мазут еҫе танһыҡ булдымы? әллә әтейемдең әштән ҡайтыуын һағынып көткәнгәме , трактор тауышын ишетеү менән урындыҡтан туп кеүек тәгәрәп төшәмдә, әтейем ҡаршыһына йөгөрәм. Әҙ булһа ла тракторға ултырып ҡайтыу теләге ине минең уйҙа, шул теләк: бер нәмәнән дә ҡурҡытманы, һикертмәле даңғор - доңғыр юлы ла , мазутҡа буялыу ҙа.
Яҙғы сәсеү ваҡытында көн төн тип торманы әтейем эшләне, төндә лә ер һөрә ине, рәхәтләнеп йылы өйҙә, йомшаҡ диванда тәмне төштәр күреп йоҡламай әтейемә әйәрә инем. Әниемдең шелтәләүе лә туҡтатманы, әтейемдә ҡаршы килмәне, аҡыллы ҡарашын миңә төбәп (ярай ҡыҙым әйҙә мин һиңә өйрәтәм һәм күрһәтәм икмәктең ҡайҙа нисек үҫкәнен, тоҙлы тиреңде тугеп ашаһаң икмәк тәмне һәм бик ҡәҙерле була ул - тип һабыр ғына ҡарап мут йылмайып ҡуя ине.
Икмәк! Был һүҙҙе ишетүгә күҙ алдына тәүҙә ҡабарып бешкән икмәк килә , ул шундай хуш еҫле, тәмне!Икмәк еҫе әллә ҡайҙа саҡлы тарала , танауҙы ҡытыҡлатып өйгә саҡыра, тиҙерәк ҡайтып шул йомшаҡ ҡайнар икмәк телемнә ҡаймаҡ яғып, ике ҡуллап тотып ҡайырып ҡабып ашайһы килә.
Баҫыуҙа үҫкән игенде икмәккә әйләндергәнсегә хәтлем күпме әүәләргә кәрәк икәнлеген, әтейем тракторында утырып йөрөп аңланым, баҡ тиһәң икмәк үҫтереүе беҙ уйлағанса бик анһат еңелдән түгел икәндә!
Тәүҙә ерҙе матур итеп һөрөп тырмалап мамыҡтай ҡабарталар, туҡландырылған ергә иген сәсәләр, башаҡ өлгөреп етеүгә комбайн төшә тулҡынланып ятҡан диңгеҙҙәй киң баҫыуға.
Һуға, елгәрә, машинаға төйәп ебәрә, ырҙын табағына килеп ятҡас та, бер урындан икенсе урынға күсерелә, киптерәләр елгәрәләр, ашлыҡты тирмәндә тарттырып онға әйләндерәләр, унан һуң ғына ҡабарып торған тәмне икмәк бешерәләр.!
Икмәк табынға ҡуйылғансы күпме юл үткән дә , күпме көс түгелгән!?
Икмәктең тәме һәркемгә билгеле, тик күптәргә билгеһеҙ нисек икмәккә әйләнгәне , бигерәктә бөгөнге быуын балаларына.
Икмәк ҡайҙа нисек үҫә -? - тигән һорауға, күҙҙә йоммай кибеттә тип яуап бирәләр.
Икмәк ҡәҙерен икмәк тәмен белеп үҫһендәр ине беҙҙең йәш быуын балалары.
Икмәк беҙең өсөн иң мөһим кәрәкле ризыҡ.! Икмәктең валсығын да әрәм итәргә ярамай. Икмәкте телгәндә лә, күкерәккә ҡуйып, ҙурлап теләләр.
Ҡояш дилбегә буйы булып күтәрелгәс тә, аяҙ зәңгәр күктән, бер ни булмағандай, үҙенең тоғро юлдашы ғәзиз еребеҙгә көлөп-йылмайып, көлтә-көлтә нурҙарын һибә, уға бәрәкәт һәм йәм өҫтәй. Бына уның нурҙары селтәр ҡорған аша үтеп инә һәм наҙланып ҡына йоҡлап ятҡан ерҙән сәстәребеҙ, биттәребеҙҙән үбеп уята. Ошо илаһи йылылыҡ беҙгә һәммәбеҙгә лә әсәйҙәрҙең йылы ҡулдарын хәтерләтә, һәм бер вайымһыҙ бала саҡҡа алып ҡайта. Яңы көн яңы хәтирәләргә, яңы шатлыҡ ҡыуаныстарға бай булып һәр минуты һөйөнөстәр генә китерһен.

Комментарии

Комментариев нет.