Өҙөлгән моң

повестың дауамы
Өс көн тигәндә Йәмил аңына килде, күҙҙәрен асып ебәрһә, бөтә донъя ап - аҡ, түшәм дә, стена ла, етмәһә аҡ халатлы фәрештәләр уратып алған. "Өнөммө был төшөммө" был ҡот осҡос хәлде секунд эсендә күҙ алдынан үткәрҙе. "Ниндәй илаһи көс мине үлем тырнағынан алып ҡалды икән" тип хайран ҡалды.
Ә улы Зәбиренең ғүмерен һаҡлай алманы. "Ваҡытһыҙ үлем" тигән ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек менән килешергә һис кенә лә теләмәне.
Гай сотрудниктары аңлатыуынса, машина менән управлять итә алмай юлдан ситкә осоп, ҡарт имән ағасына барып бәрелгәне асыҡланды. Ҡаты тән йәрәхәттәре алып, умыртҡа һөйәге зарарланғанын аңлаттылар.
Глав врач Йәмилдең инвалид коляскыһында утырасағын әйткәс, Зилә телһеҙ ҡалды. "Йәп - йәш башым менән инвалид ир ҡарап ғүмеремде заяға үткәрермен микән" тип ҡайғырҙы.
Зилә тәүҙәрәк ире янына көн дә килеп йөрөнө, һуңғараҡ һирәкләне, ә аҙаҡ бөтөнләй дауахана юлын онотто.
Яҡындары, туғандары, бергә эшләгән иптәштәре Йәмилде сиратлап ҡараны.
Ауылдан ике туған энеһе Хәмит бөтөнләйгә күсеп үк килде уларҙың фатирына. Зилә ризаһыҙлыҡ белдерһә лә өндәшмәне, ә берҙән - бер көндө ваҡ - төйәк кейемдәрен төйөп тыуған төйәге Пермьгә ҡайтып китте.
Киләсәк тормошон күҙаллап ҡурыҡты ул ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан.
Бына бит ниндәй зәһәр сатлама һалҡын ҡыш та сигенде. Иркәләнеп кенә сағыу ҡояш йомартланып мул нурҙарын һибә. Илай - көлә, илай - көлә яҙ килә. Йәмил болнисҡа көҙ кергәйне, бына инде ҡыш та үтте. Көнөн - төнгә, төнөн - көнгә ялғап тешһеҙ бүреләй йолҡҡолап аҙаплаған һыҙланыуҙарҙың сиге булырмы?
Бәлки ошо яҙ мөғжизәһе үҙенең терелткес ҡеүәтен бөркһә, ауырыу һыҙланыуы юҡҡа сығар, башҡаса ҡаныҡмаҫ Йәмилгә.
Наҙлы яҙ ҡояшын күреп Йәмил хыял даръяһына сумды. Тылсымлы яҙ боҙ ҡатламдарын да урынынан ҡуҙғата, һыҙлаған тәненә ошо тылсым өҫтәлгәндәй ярһып ашҡынды.
Яҙғы ташҡын бөтөн сир әфәттәрен ҡар һыуҙары менән йыуҙырып алып китер кеүек тойолдо.
Ауыр һораулы ҡарашын алыҫҡа төбәп оҙаҡ утырҙы ул тәҙерә төбөндә. Ә алыҫта алтын ҡояш, зәңгәр күк, яҙ һулышы тәҙерәнән бөркөлә.
Һыҙланыуҙар менән үткән сәғәте көнгә, көнө йылға әйләнгән кеүек, оҙаҡ тойолдо Йәмилгә.
Киләсәген томан эсендәге кеүек итеп төҫмөрләне:
Бына улар Шәмсиәһе менән етәкләшеп һыу буйына төшәләр, ҡеүәтле ярһыу тулҡын ҡосағына сумып рәхәтләнеп йөҙәләр. Һандуғастар төйәге бөҙрә талдар, кәкүк тибрәткән тирәктәр, аҡ сәскәгә күмелгән муйыл араһында сихри еҫтән иҫереп, татлы хистәргә сорналып йөрөйҙәр.
Йәмил Шәмсиәнең күҙҙәренә ҡарай. Ә унда әллә күпме һағыш, әсенеү, һөйөү, эскерһеҙ, саф йөрәктән һөйгән кеше генә шулай ҡарай алалыр.
Татлы хыялдарға бирелеп утырғанда, палата ишеге асылып китте лә, Хәмит ҡустыһы килеп керҙе,
- Йәмил ағай һаумы, мине юғалттыңмы, ауылға ҡайтып килдем. Бына һиңә Минисара инәйем ауыл күстәнәстәре биреп ебәрҙе, тип өҫтәлгә өйөп һалды.
- Эй ҡустым тамаҡҡа бер ризыҡ та бармай, кәрәкмәҫ тә ине, бында етәрлек ашаталар бит.
Хәмиттең ниҙер әйтергә теләгәнен Йәмил һиҙеп торған кеүек
- Йә, һөйләп ебәр ниндәй яңылыҡтар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр алып килдең ауыл яҡтарынан
- Йәмил ағай ҡайныһынан башлайым, яҡшыһынанмы, әллә яманынамы тине.
- Әйҙә валяй, миңә барыбер, шатлығы ла, ҡайғыһы ла без разницы.
- Район үҙәгендә беләһеңме кемде күрҙем?
- Кемде, йә әйт инде, йонсотма.
- Шәмсиә апайҙы, һөйләшеп торҙоҡ, иренән айырылып ауылына ҡайтҡан, әсәһе менән йәшәй. Больницала массажистка булып эшләй икән.
- Һине һорашты, бер ни йәшермәй вес һөйләп бирҙем.
- Бына икенсе хәбәрҙе тыңла инде түҙем генә, әйтмәй булдыра алмайым, барыбер беләһең, Зилә еңгә бөтөнләйгә ҡайтып китте.
- Ярар, үҙ көнөн үҙе күрһен, мин ғәрип уңа нимәгә кәрәк, тине бик бошонмай ғына.
Ә Шәмсиә тураһынағыһы тәрән уйға һалды, бына бит нисек килеп сыҡты, ул да яңғыҙ мин дә, тик бергә булыу мөмкин түгел. Ауыр ысынбарлыҡ һәм татлы хыял араһында, тәрән упҡын ятҡанлығын аңланы.
Эх был тормош, ниңә шул саҡлы аяуһыҙ һуң миңә ҡарата, мең ғазап менән йәшәүе рәхәтме, кемгә кәрәк мин ғәрип, һыу һөлөгө кеүек Шәмсиәгәме?
Үҙ хәжәтемде лә үтәй алмай утырған бүкән бит мин, Шәмсиә тураһында уйларға минең хаҡым юҡ.
Йәмилдең йөрәге тетерәп китте, күңелен әсе өмөтһөҙлөк солғаны. Йөрәк өшөткөс ауырлыҡтар, бәхетһеҙлектәрҙең өҫтәлеп тороуы, үҙенең кәрәкһеҙлеген, йәшәүенең мәғәнәһеҙлеген тойоу ғазаптарынан тора уның бөгөнгөһө.
Былар хаҡында уйлау - йәшәмәү тигән һүҙ түгелме ни? Рәхимһеҙ тормош алдында теҙ сүгеү, ауырыу һыҙланыуға, үлемгә тантана итергә юл ҡуйыу була бит ул.
Үҙ өлөшөнә төшкән яҙмыш емешен, нисек кенә әсе, хатта ағыулы булһа ла ул татырға тейеш. Кем белә бәлки ваҡыт үтеү менән татланыр.
Ике төрлө уй йәнен үтмәҫ бысаҡ менән телгеләне, берсә татлы хыялы ялҡынланды ла тирә - яҡты нурға күмде һәм ҡапыл ғына һүнеп һүрелеп тә ҡуйҙы. Икенсеһе өмөтһөҙлек күңел түренә тамыр йәймәксе. Юҡ, ул йәшәргә тейеш, һис шикһеҙ мин аяҡҡа баҫырға тейешмен тип өмөтөн өҙмәҫкә тырышты.
Йәмил менән булған фәжиғәле хәлде ишеткәс Шәмсиәнең йөрәге тетерәнде, аңлай алмай ине ул, нисек инде шундай ауыр хәлдә уны ҡатыны ташлаған.
Хәмит ҡустыһы ла "әллә инде икеле аяҡҡа баҫырмы юҡмы, врачтар ҙа әйтте берәй мөғжизә генә килеп сыҡмаһа ә былай ышаныс юҡ" тигәндәр.
Шәмсиә төндәр буйы уйланып, хыялланып сыҡты, минең Йәмилем һөйгәнем аяҡһыҙ, нисек инде улай булырға тейеш. Юҡ, ул аяҡҡа баҫырға тейеш, мин ышанам, ташламайым мин уны, беҙ бергә яҙмыш биргән һынауҙарҙы үтергә тейешбеҙ. Әгәр аяҡҡа баҫмаған осраҡта ла, эргәмдә генә булһын, сөм ҡара күҙҙәре менән мине генә һөйөп ҡараһа ла риза булыр инем.
Әсәһе менән һөйләшеп кәңәшләште лә, Хәмит ҡалдырған адрес буйлап юлға сыҡты. Үҙе йәшәгән ҡалала, нисәмә йылдар урам аша ғына йәшәгәндәр икән улар, тик ни сәбәп менән бер - береһен күрмәгәндәр. Бына ул алыҫ Башҡортостандан север яҡтарына мөхәббәте артынан юлланды. Ана бит яҡты киләсәге яҡында ғына: ҡул һуҙымы, аяҡ атламы ара ғына булып тойола. “Их, тиҙерәк барып етһәң ине Йәмиле янына, ни тип әйтер ине икән, кире ҡағырмы Шәмсиәнең теләген, әллә ризалашырмы? Етәсәк ул, һис шикһеҙ, Йәмилен дә күндерәсәк! Ғөмүмән улар бәхетле буласаҡ!
Ҡаты һынауҙарға дусар булған, ауыр хәлдә ҡалған Йәмиленән ул баш тартмаясаҡ. Иғтибары менән, ныҡышмалығы, түҙемлеге оло һөйөүе ярҙамында аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуйҙы.
Ярты йылдан һуң Йәмилгә инвалидность бирҙеләр. Фәҡәт ул өйөндә, ике бүлмәле фатирҙа көндөҙөн ул япа - яңғыҙы. Хәмит заводта эшләп йөрөй, кис ҡайтҡас авыйһын ҡарай, өҫ башын йыуа, аш - һыу әҙерләй. Сиделка ялларға ла иткәйне Хәмит, тик Йәмил ҡаршы төштө.
Ял көнө Хәмит Йәмилде урамға алып сыҡты, умарта ояһы кеүек гөж килеп торған ҡала ялыҡтырғайны Йәмилде. Тыуған яғына ҡайтаһы килә, саф һауаһын һулайһы, ҡарт ҡына булһа ла әсәһен дә һағынғайны. Атаһы гүр эйәһе булғас әҙерәк моңһоуланып йөрөнө, шулай ҙа ирлеләрҙән ҡалышмай иҫән - һау донъя көтөп ята.
Урамда йөрөп кергәс икәүләшеп сәй әсеп алдылар ҙа зәңгәр экран алдына утырҙылар. Көтмәгәндә ишек звоногы шалтыраны, кем булырға мөмкин, ҡунаҡ фәлән көтмәйҙәр, Хәмиттең генә берәй танышы килмәһә.
- Һаумыһығыҙ Хәмит, ағайың өйҙәме?
Таныш тауышты ишеткәс Йәмилдең йөрәге урынынан ҡупты, тәне эҫеле һыуыҡлы булып үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Йөрәге әллә рәхәт кисерештән, әллә ҡурҡыуҙан һулҡылдап һыҙлап ҡуйҙы. Башында уйҙар буталды…
- Шәмсиә апай, һаумыһығыҙ, әйҙә түрҙән уҙығыҙ,өйҙә инде өйҙә булмай ҡайҙа булһын, Йәмил ағый ҡунаҡ килде тип мут йылмайҙы ла кухняға инеп китте.
Прихожыйҙан залға саҡлы бер нисә аҙым булһа ла оҙон һымаҡ тойолдо Шәмсиәгә. Күҙ менән күҙҙәр осорашты, өнһөҙ генә бер - береһенә ҡараштылар, ни әйтергә белмәй байтаҡ ҡына таш һындай ҡатып торҙо ла, ҡапыл тертләгәндәй итеп, Йәмилдең эргәһенә сүгәйләне. Әйтерһең бер-береһен сирек быуат күрмәгәндәр, Йәмил Шәмсиәнең ҡулдарынан үпте күҙҙәренә төбәлде. Шундай таныш, яҡын, йылы нур бөрккән яғымлы күҙҙәр…
Күҙ ҡарашы менән бер - береһенән башҡа бер минутта йәшәй алмауҙарын һүҙһеҙ аңлаштылар.
Шәмсиә һөйгәненең күкрәгенә ташланды. Йәмил йәш баланы иркәләгән кеүек, сәстәренән һыйпаны, битенән, ҡулдарынан үпте. Уларға шундай тыныс, рәхәт ине. Ғүмер буйы йөрәктәрен ҡырып өйкәп торған ауыр таш төшкәндәй булды. Эй, Хоҙайым, мең рәхмәт һиңә беҙҙе кире ҡабат осраштырғаның өсөн. Ошо оло һөйөү хисе йәшәткән икән беҙҙе.
Шәмсиә ҡайнар һөйөүе менән, йөрәгенән урғылған ихтыяр көсөнөң сикһеҙ булыуы, артабан да бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар ҙа һындыра алмаҫлыҡ көслө рухлы булыуын иҫбатланы.
Йәмилде күндереп алып ҡайтып китте ауылына,
- Килен булып төшәмме ни инде, көләрҙәр бит минән дә, һинән дә, был имгәк һиңә ниңә кәрәкте, тип ҡараһа ла Шәмсиә ныҡ булды.
- Бер тапҡыр юғалттым бит инде, әлеге шул кеше һүҙенән ҡурҡып, икенсегә юғалтаһым килмәй, тине.
- Шәмсиә мин аяғыма баҫырыма ышанмай ҙа башлағайным, хәҙер иһә ышандым, шундай ғәйрәтле һөйөү көсөнә ышандым. Ярты йыл тигәндә Йәмил аяҡҡа баҫты.
- Йәмил мин күптән инде бер йыр яҙғайным... - тине ул кефектәрен аҫҡа төбәп.
- Ысынмы Шәмсиәм, йәнем минең, берҙән - берем тип йылмайып ҡосаҡлап алды.
- Көйө лә, һүҙҙәрҽ лә үҙҽмдеке,
ул йырымды һиңә арнаным. Бына тыңла әле, - тип шым ғына көйләй башланы:
Томрап торған ҡара күҙҙәр
Балҡыны алдарымда
Ниңә тағы тоҙҙар һалдың
Йөрәк яраларына
Ике ярбыҙ араларҙа
Буй етмәҫ упҡын ята
Асыу алдан, аҡыл арттан
Булдымы беҙҙең хата
Ғумер көҙҙәренә керҙем
Сыҡманың ник юлыма
Һөймәҫтәйҙең йәре булдым
Ят йөҙөгө ҡулымда
Юлдарыбыҙ күптән аймыш
Һөйөүҙе аяманың
Ниҙәр менән юяйым һуң
Яҙмыштың ҡараларын?!.
- Шәмсиәм беҙең һөйөүгә бер ни ҙә ҡаршы тора алмай, беҙ ауырлыҡтарҙы еңдек, тип биленән ҡыҫып ҡосаҡлап өйөрөлтөп тә алды.
- Йәмил иплерәк, ҡыйлан әле, тип күҙ ҡарашын ситкә йәшерҙе, беҙ бит хәҙер икәү генә түгел, өсәү тине. Йәмил менән йәшәй башлағас өс ай үтеүгә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙҙе үҙендә, элек яратып ашаған ризыҡтарҙы күрәһе лә килмәне. Тоҙло ҡыяр, кипкән балыҡ ашайһы килә башлағас, алдан һөйөнөргә ҡурҡып үҙәк больницаға барып килде.
Ҡояштың йылы, сағыу нурына мансылған көндәрҙең береһендә Йәмилен, йән киҫәген, һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән бәхетле итте.
Ысынлап та, бала – тормоштоң йәме, сәскәһе, атай-әсәйҙең күҙ нуры ул. Йортҡа биҙәк һәм терәк булып, ғаиләне мең ептәр менән бәйләп тороусы балалар беҙең киләсәгебеҙ.
- Йәмил әйҙә йырла әле үҙеңдең яратҡан коренной йырыңды, ошо йыр, тылсымлы моң һис ҡасанда өҙөлмәһен йәме матурым. Был юлы гармунға улар икеһе лә ҡушылып йырланы. Йәнҽндәгҽ бөтә һағыш, моң, әрнҽү-һыҡрау, кеше йөрәген ҡол итерҙәй моңло йыр.
Йөрәк түрендәге хистәрен түкмәй - сәсмәй, әйтерһең дә ай нурына мансып, йәйғор төҫөндәге аҫыл таштай йылҡылдатып йәнгә йылы нурын һибә. Йыр күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеүен дауам итеп ағылды ла ағылды.
Ҡасан ғына әле йән һөйгәне Йәмиле менән ошо һуҡмаҡтан үткәйнеләр. Бына бөгөн ысынбарлыҡта улар ҡулға - ҡул тотоношоп яҡты киләсәккә ынтылдылар. Яҡты өмөт хыялдарға бирелеп, күпме айлы төндәрҙә, зәңгәр күктә йөҙгән төн юлдашы: тулған айға ҡарап үҙҙәренең саф хистәрен, иң тәрән йөрәк серҙәрен бөгөн яңынан бүлештеләр. Тылсымлы ай шаян йондоҙҙар араһынан йылмайып өнһөҙ шаһит булып, уларҙың саф мөхәббәтен өр яңынан бәхилләп фатихаһын бирҙе.
Алтын уҡтар булып күктә йондоҙ атылғанда, теләк теләп хыялдарының тормошҡа ашыуына Шәмсиә ышанып йәшәне. Алыҫта күгәреп күренгән мәғрүр тауҙар артынан, алтын яллы ут арғамаҡҡа атланып ҡояш күккә күтәрелеп өр яңы көн тыуҙы.
Юлдарында тормош ҡорған кәртәләрҙе икәүләп емереп, иң ҡәҙерле һөйгән кешеһе менән яҡты киләсәккә, бәхет иленә юл алдылар.

Комментарии

Комментариев нет.