Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙыңСараһыҙлыҡтарын ул аңлау.Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөкЙәнгә таштар булып өйөлә.Былай ҙа бит ир-ат башҡаларғаҺиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,Улар ҙа бит әсә балаһы.Уларға бит иңгә төшкән йөгөнҒүмер буйы һөйрәп бараһы.Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡтаИлаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәреИрҙәргә лә кәрәк иларға.Зөһрә Ҡотлогилдина.
Башкирские песни
:Римма Буранбаева
ИРҘӘР ИЛАҒАНДА
Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,
Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.
Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙың
Сараһыҙлыҡтарын ул аңлау.
Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.
Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.
Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит иңгә төшкән йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.
Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта
Илаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.
Зөһрә Ҡотлогилдина.