ИПОТЕКА

Ипотека һаҙлығына
Батып бараһың, илем!
Ипотека түләйем, тип,
Ир - ат "һындыра " билен.
Ҡалаларҙа халыҡ арта,
Ауылдар яйлап бөтә.
Себерҙәрҙә йөрөп, ирҙәр
Айҙар, йылдары үтә.
Ҡыҙҙар хәҙер көйәҙләнде,
Ҡала тормошо тарта;
Ауылдар, ғәфү итегеҙ,
Буш торған өйҙәр арта.
Мал - тыуарҙар бөтөр микән,
Килендәр һыйыр һаумай,
Ҡалаларҙан фатир юллай,
Бер - береһенән ҡалмай.
Лавкаларҙың һөтөн эсеп,
Үҫеп килә балалар,
Яңы йылы һөт, ҡаймаҡтар
Иҫтә генә ҡалалыр.
Ярай, әле ололар бар,
Ауылды тотоп килгән,
Ғүмер сикле, улар китһә,
Алдағыһын кем белгән?!
... Ауыл бөтә, тип ҡайғырам,
Мин - олоғайған килен.
Ипотека һаҙлығынан
Сығырһың микән, илем!
Флүрә Маликова

Комментарии

  • 20 мая 14:09
    Дөрөҫ кенә яҙылған
    Молодец
  • 20 мая 14:25
    Дорос сузга ни ета! Молодец!
  • 21 мая 20:49
    Эйе ауылда хэзер куп мал тоткан кешелэр, бер сыйырын узлэренэ тотонорлок савалврда, калган сыйырларын бызау имезэлэр. Бызаулары имеп йорогэс тиз зурая. Хэзер малды которгэ котусе табып булмай, которгэ хэле булмаган дар малды шуна боторэ.
    Бик дорос язылган был шигыр.
  • 21 мая 21:17
    Хазер доильный аппаратлар бар, куп ауылда электропастух
  • 21 мая 21:19
    Яшляр не хотят, хотя условия намного лучше. Без ауылда 5-4 хыйыр хаузык кул менян. Хазер доильный аппаратлар бар, хыу харайга уткарергя була. Механизировпть можно. Вот без ике мейес ягып этляндек
  • 22 мая 11:30
    Флюза хэзер ауылда йэшлэр дэ калмай, шигырды эйткэнсе, весехелэ городка китэлэр. Электро пастухыла, дойкыхыла кэрэкмэй уларга.