Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында тиҙҙән йәнә бер ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Йәмәғәт биләмәһе Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында асыла. Күптән түгел подряд ойошмаһы эшкә тотондо.Сквер «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проектына ярашлы яңыртыла. Бында демонтаж һәм ер эштәрен башҡарыу, йәйәүлеләр өсөн юл, тротуарҙар һалыу, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, биләмәне йәшелләндереү, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыу планлаштырыла.Әле әҙерлек эштәре бара. Подряд ойошмаһы кабель һалыу, яҡтыртҡыс бағаналары ултыртыу, материалдар ташыу менән мәшғүл. Ошо арала ҡырсын, ҡом, ваҡ таш, цемент, геотекстиль килтерәләр. https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/370737/
Министерство ЖКХ Республики Башкортостан
#командаХабирова #правительстворазвития #комфортныйрегион #жильёигородскаясреда #ФКГС #Уфа
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында тиҙҙән йәнә бер ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Йәмәғәт биләмәһе Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында асыла. Күптән түгел подряд ойошмаһы эшкә тотондо.
Сквер «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проектына ярашлы яңыртыла. Бында демонтаж һәм ер эштәрен башҡарыу, йәйәүлеләр өсөн юл, тротуарҙар һалыу, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, биләмәне йәшелләндереү, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыу планлаштырыла.
Әле әҙерлек эштәре бара. Подряд ойошмаһы кабель һалыу, яҡтыртҡыс бағаналары ултыртыу, материалдар ташыу менән мәшғүл. Ошо арала ҡырсын, ҡом, ваҡ таш, цемент, геотекстиль килтерәләр. https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/370737/