2024 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда 2024 йылда 727 күп фатирлы йорт йүнәтелә һәм 143 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе.
2024 йылда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк программаһы 727 күп фатирлы йортто үҙ эсенә ала. Планда – ҡыйыҡтарҙы ремонтлау һәм сарлаҡ таяуҙарын йылытыу, лифттарҙы алмаштырыу, фасадтарҙы, йылылыҡ, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу һәм башҡа эш төрҙәре. Ошо маҡсатҡа 5,5 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 702 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан.
Аҙ ҡатлы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлауға айырым иғтибар бирелә. Быйыл ошо йүнәлештә финанслау күләме 430 миллион һумға тиклем арттырылды, был 127 йорттоң ҡыйығына өҫтәмә ремонт яһарға мөмкинлек бирергә тейеш.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/607470/ #Бaшҡортостан #командаХабирова #правительстворазвития #комфортныйрегион #жкхменяется #башкирскиедворики #капремонтмкд #комплексныйремонтподъездов

2024 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк
 - 949969646970
2024 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк
 - 949969649274
2024 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк
 - 949969650810
2024 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк
 - 949969653114

Комментарии

Комментариев нет.