Башҡортостан халҡы йәнә әүҙемлек күрһәтте

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдең һәр төбәгендәге уңайлы мөхите булған ҡалалар һаны 80 процентҡа етергә тейеш.
Башҡортостан былтырғы күрһәткестәр буйынса ошо маҡсаттарға өлгәшкән, йәғни уңышҡа алты йыл алдан ирешелгән. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы баҫтырып сығарған ҡала мөхите индексы буйынса республикала уңайлы ҡалалар мөхите 81 процент тәшкил итә.
Быларҙың барыһына ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән милли проекттарҙың үтәлешен шәхсән контролгә алыуы, республика етәксеһенең шәхсән башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса проекттар булышлыҡ итә.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты тотош Рәсәй буйынса йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән һөҙөмтәле алымға әүерелде. Был проектҡа ярашлы, һуңғы биш йылда Башҡортостанда ғына 683 биләмә яңыртылды, бының өсөн федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йәлеп ителде.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/625784/ #Бaшҡортостан #командаХабирова #правительстворазвития #комфортныйрегион #ЖКХменяется #МЖКХРБ #башкирскиедворики #ФКГС_Башкортостан #комплексныйремонтподъездов #капремонтмкд

Комментарии

Комментариев нет.