8 сентябрь көнө Байназар урта мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн (класс етәкселәре Дәүләтшин Флюр Хәлил улы) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар, ауылдаштарыбыҙ «Назар» һәм «Буран» позывнойлы егеттәр менән «Илһөйәр булып ҡалам» исемле илһөйәрлек сәғәте үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу – балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек мөһим бурысты атҡарыуҙағы яҡшы ғәмәл. Уҡыусылар яугирҙәрҙең хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашыуҙары тураһында ҡыҙыҡһындылар, яуаптар алдылар. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ҡыйыулыҡ өлгөһөн осрашыуға килеүселәр үҙҙәренең яҡташтары миҫалында күрҙе.Осрашыуға килгән «Назар» һәм «Буран» позывнойлы егеттәр яҡташтарына яу биләмәһенә йыйып ебәргән посылкалары, йылы хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе. Яу яланында хәрби дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ рухты нығыта, ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, – тине улар. Уҡыусыларҙың яндарында ғына ошондай батыр рухлы, көслө кешеләр йәшәгәненә ғорурланып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Назар» һәм «Буран» позывнойлы яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, имен юлдар һәм илебеҙ тыныслығы өсөн Ватан һағына баҫҡан барлыҡ ир-егеттәргә имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын, - тип яҙалар Байназар ауыл китапханаһы төркөмөндә.
"Таң" гәзите
Илһөйәрлек сәғәте
8 сентябрь көнө Байназар урта мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн (класс етәкселәре Дәүләтшин Флюр Хәлил улы) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар, ауылдаштарыбыҙ «Назар» һәм «Буран» позывнойлы егеттәр менән «Илһөйәр булып ҡалам» исемле илһөйәрлек сәғәте үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу – балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек мөһим бурысты атҡарыуҙағы яҡшы ғәмәл. Уҡыусылар яугирҙәрҙең хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашыуҙары тураһында ҡыҙыҡһындылар, яуаптар алдылар. Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ҡыйыулыҡ өлгөһөн осрашыуға килеүселәр үҙҙәренең яҡташтары миҫалында күрҙе.
Осрашыуға килгән «Назар» һәм «Буран» позывнойлы егеттәр яҡташтарына яу биләмәһенә йыйып ебәргән посылкалары, йылы хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе. Яу яланында хәрби дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ рухты нығыта, ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, – тине улар. Уҡыусыларҙың яндарында ғына ошондай батыр рухлы, көслө кешеләр йәшәгәненә ғорурланып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Назар» һәм «Буран» позывнойлы яҡташыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, имен юлдар һәм илебеҙ тыныслығы өсөн Ватан һағына баҫҡан барлыҡ ир-егеттәргә имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын, - тип яҙалар Байназар ауыл китапханаһы төркөмөндә.