Эт, ат, ит, ут.

Сериал геройы Радмир башҡортсаға өйрәнеүҙе ошо һүҙҙәрҙән башлай.
10-ар минутлыҡ 20 сериялы йәштәр web-сериалы “Һин, мин һәм бар донъя” тип атала. Уның героиняһы Ләйсән (Айсулпан Фәйзуллина) Радмирҙы (Сыңғыҙ Ғиләжев) башҡорт теленә өйрәтә. Ҡарағыҙсы, нисек еңел өйрәтә ул. Тел белмәгән кеше ошо сериалдан 300-ләп һүҙҙе үҙләштерә аласаҡ.
Проекттың һәм сценарийҙарҙың авторы – Зөһрә Бураҡаева. Беренсе серияны ҡарағыҙ.

веб-сериал 1 серия

Комментарии

Комментариев нет.