🎶СӘЙҘӘ ИЛЬЯСОВАНАН ӨР-ЯҢЫ ПРОГРАММА!

29-сы ғинуар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова «Ғүмерҙең йәмле сағы» тип аталған өр-яңы концерт программаһына саҡыра. Дөрөҫөрәге, ошо исем аҫтындағы йырҙар китабының исем туйына. Йыйынтыҡ Сәйҙә Ғәле ҡыҙының тамашасыларына яһаған беренсе бүләге. Китап бар! Йыр бар! Илһамлы артистар бар! Һәм, әлбиттә, бөтөн был ижади төркөм булдырған концерт та бар!
– Был йырҙар минең күңелемдән сиртеп сыҡҡан, саф шишмә һымаҡ үҙенә-үҙе юл ярып ағылған инештәр. Йәндәренә моң тулышҡанда, кисәләрҙә, мәжлестәрҙә алһындар ҙа йырлаһындар өсөн мин уларҙы китапҡа тупланым һәм тамашасыларға тәҡдим итәм, – тип, сәләмдәрен еткерә Сәйҙә Ильясова үҙе.

САИДА ИЛЬЯСОВА 29-01--2


💥Хөрмәтле тамашасылар! Байрамдан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, иң шәп урындарҙы алдан алып ҡуйығыҙ!

Билеттарҙы түбәндәге һылтанма буйынса алырға
👇👇👇👇👇👇
https://bashgf.ru/afisha/event/mer-e-j-mle-sa-y-prekrasnye-mgnovenija-zhizni/

‼Әйткәндәй, билеттарҙы "Пушкин картаһы"н ҡулланып та алырға мөмкин.

Министерство культуры Республики Башкортостан Амина Шафикова Уфа ◄ Новости - Афиша ► Go102.ru Уфа. Новости и афиша БАШҠОРТ ТӨРКӨМӨ "БАШҠОРТ МИН" 

Комментарии

Комментариев нет.