Комментарии
- 22 окт 2024 11:46Лилия КульмухаметоваБындай йылы концерттар күптән булғаны юҡ филармонияла, тип,таралышты халыҡ, бына ошо инде билдэлэй сифатты, афариндар барығыҙза, рэхмэт, э китап ниндәй йөкмәткеле!!!
Для того чтобы оставить комментарий, войдите или зарегистрируйтесь
Башкирская государственная филармония им.Ахметова
«ҠАБАТЛАНМАҪ РЕЖИССЕР…»
Кисә, 21 октябрь, Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт милли мәҙәниәтен, профессиональ сәнғәтен үҫтереүгә ғүмерен бағышлаған, талантлы режиссер, оҫта ойоштороусы БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Хәйрулла улы Иҡсановтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе һәм уның тормошо, ижады тураһында һөйләгән «Ҡабатланмаҫ режиссер» тип аталған китаптың исем туйы үтте!
Фәтих Иҡсановтың халҡыбыҙҙың милли музыкаһын һаҡлауға, үҫтереүгә, музыка ҡоралдарында уйнау сәнғәтен киң таратыуға, төрлө йәштәге таланттарҙы бай халыҡ ижадына йәлеп итеүгә индергән ҙур шәхси өлөшөн баһалап бөткөһөҙ..
Яҡты иҫтәлектәргә, онотолмаҫ хәтирәләргә бай кисәлә республикабыҙҙың танылған сәнғәт оҫталары ҡатнашты.
Кисәнең режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова.
Концерттан фотолар: https://vk.com/album-11876957_303494770 📸: Артур Ғилманов
#Башгосфилармония #86сезон #ФатихИксанов