🔥 Еләк еҫе

Баҙарҙа ер еләге һатып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәм, кешенең шул тиклем дә һаран, аҡсаға ҡомағай булыуына шаһитлығымдың бер ваҡиғаһы ирекһеҙҙән иҫкә килә лә төшә. Бынан бер нисә йыл элек булды был хәл. Билдәле булыуынса, июнь уртаһы етеп өлгөрәме-юҡмы, ауыл уңғандары иң ҡыҙыл, эре матурҙарын ғына һайлап йыйып, ер еләктәрен баҙарға һатырға сығара, әллә ҡайҙан табалар тиерһең. Уларҙы бер кем дә иғтибарға алмай үтеп китмәй. Туҡтап, һоҡланып, хуш еҫен еҫкәп булһа ла китәләр. Кемдер хаҡын һораша, икенселәре ҡайһы яҡтың еләге булыуы тураһында ҡыҙыҡһына. Өсөнсөләр бер-икене генә тәмләп ҡарарға теләүен белдерә. Ихласлығы, бер ҡатлылығы һәм киң күңеллелеге менән айырылып торған ҡояш ҡыҙыуында еләктән дә былайыраҡ ҡыҙарып бешкән ауылдан килгән апайҙар, инәйҙәр, һеңлеләр емеште ҡайҙан йыйғанын, еләкле урындың ҡайҙа ятҡанын - береһен дә йәшермәй-нитмәй һөйләп бирә.
Дауамы 👉 https://kungak.ru/news/novosti/2025-08-22/el-k-e-e-4357386

Комментарии

Комментариев нет.