Радий Хәбиров исеменән Республика Хәрби Дан Музейына яугирҙың картинаһы бүләк ителде

Картина «Рәсәй. Донбасс. МХО» күргәҙмәһенең экспонаты иҫәбенә инә. Бөгөн был экспозиция Республика Хәрби Дан музейында Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә асылды.
Авторы - мотоуҡсылар полкы яугиры Артур Хәсәнов. Ул үҙенең эшен төбәк етәксеһенә быйыл май айында тапшырған. Картинаның сюжеты нигеҙендә ил сиктәрен һаҡлаған Башҡортостан яугирҙарының быуындар күсәгилешлеге сағылыш тапҡан.
“Бик тулҡынландырғыс һәм көслө картина. Беҙ полотноны мөмкин тиклем күберәк кеше күрә алырлыҡ урынға урынлаштырасаҡбыҙ», — тигәйне Радий Фәрит улы һәм вәғәҙәһен үтәгән.
Бөгөн тантаналы сара ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар алдан тапшырылған был картинаны ҡарай һәм баһалай алды.
Фото пресс-службы форума

Радий Хәбиров исеменән Республика Хәрби Дан Музейына яугирҙың картинаһы бүләк ителде - 975688523984

Комментарии

Комментариев нет.