“Ағиҙел” журналының 10-сы һанына күҙәтеү

Журналдың октябрь һаны шағир Әхсән Хәлиловтың һәм яҙыусы, шағирә Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның үҙенсәлекле шиғри шәлкемдәре менән асыла.
“Сәсмә әҫәрҙәр”ҙә яҙыусы, шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең өр-яңы хикәйәһе, Иҙрис Мөҙәрис-Ноғмановтың “Бар ғүмерҙәр һыйған саҡта” романының аҙағы менән танышырһығыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, “Ағиҙел” журналы һеҙҙең иғтибарға “Ихлас күңелдән” тигән яңы рубрика тәҡдим итә. Унда исемдәре киң билдәле әҙәбиәт, сәнғәт, башҡа өлкә әһелдәре менән ижад серҙәре, ғүмер миҙгелдәре, донъяла барған төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеүҙәр урын аласаҡ.

Комментарии

Комментариев нет.