28 Февраль Шаҡай

Февраль айының һуңғы көнө менән! 💧❄💧
Бөгөн 2⃣8⃣ февраль (шаҡай), дүшәмбе, йылдың 5⃣9⃣-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 3⃣0⃣6⃣ көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 2⃣7⃣ – се көнө. Ҡояш 0⃣8⃣ сәғәт 0⃣6⃣ минутта ҡалҡа, 1⃣8⃣ сәғәт 5⃣0⃣ минутта байый. Көн оҙонлоғо –🔟 сәғәт 4⃣4⃣ минут.
Был көн тарихта.
💧Пётр I ҡарары буйынса Рәсәй империяһының бөтә учреждениеларында эш башҡарыуҙы тәртипкә һалыу өсөн дәүләт коллегиялары ойошторола (1720)
💧Санкт-Петербургта беренсе Кадет корпусы асыла (1732)
💧Карел-фин эпосы «Калевала»ның тәүге баҫмаһы донъя күрә (1835)
💧Мысырҙың Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә (1922)
💧Тантаналы рәүештә Ханой — Пекин — Мәскәү — Берлин тимер юлы асыла (1955)
💧Донъяла тәүге тапҡыр СССР атом һыу аҫты кәмәләре отряды Ер шары тирәләй йөҙөүгә сыға һәм, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡмайынса, ай ярымдан маршты уңышлы тамамлай (1966)
💧Рәсәй Кинематографистар союзы ойошторола (1990)
💧Ванкуверҙа (Канада) XXI Ҡышҡы Олимпия уйындары тантаналы ябыла. Олимпия байрағы Сочиға тапшырыла (2010)

Комментарии

Комментариев нет.