Бөгөн 1⃣6⃣ март (буранай), шаршамбы, йылдың 7⃣5⃣ – се көнө.

Йыл аҙағына тиклем 2⃣9⃣0⃣ көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 1⃣3⃣– сө көнө.Был көндә ҡояш 0⃣7⃣ сәғәт 2⃣6⃣ минутта ҡалҡып, 1⃣9⃣ сәғәт 2⃣2⃣ минутта байый. Көн оҙонлоғо –1⃣1⃣ сәғәт 5⃣5⃣ минут.
Был көн тарихта.
📌Рәсәй империяһы Сенатының башҡорттар, мишәрҙәр һәм татарҙарҙы яһаҡтан азат иткән, ә уның урынына ҡаҙнанан мотлаҡ тоҙ һатып алырға тейешле тип билдәләгән указы сыға. Был 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы сәбәптәренең береһе була (1754)
📌Өфө халыҡ мәғарифы институты Башҡорт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тип үҙгәртеп ҡорола (1929)
📌Никита Хрущёв СССР-ҙа континенталь-ара ракета барлығын иғлан итә (1962)
📌Нил Армстронг Джемини-8 космос карабын Agena карабы менән тоташтыра (1966)
📌Өфөлә Рудольф Нуриев иҫтәлегенә Халыҡ-ара балет фестивале асыла (1994)
📌Башҡортостан Хөкүмәте һәм Санкт-Петербург Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (1997)
📌Немец Википедияһы эшләй башлай (2001)
📌Ҡырым референдумы үткәрелә – уның һөҙөмтәһе буйынса Ҡыым Рәсәй Федерацияһы составына ҡушыла (2014)

Комментарии

Комментариев нет.