4⃣ июнь (һөтай), шәмбе, йылдың 1⃣5⃣5⃣– се көнө.

Йыл аҙағына тиклем 2⃣1⃣0⃣ көн ҡала. Зөлҡәғиҙә айының 5⃣–се көнө.
Был көндә ҡояш 0⃣4⃣ сәғәт 4⃣2⃣ минутта ҡалҡып, 2⃣1⃣ сәғәт 4⃣6⃣ минутта байый. Көн оҙонлоғо –1⃣7⃣ сәғәт 0⃣3⃣ минут.
Был көн тарихта.
🌐Салауат Юлаев отрядтары Бөрөнө ала (1774)
🌐Рус армияһы составындағы ике башҡорт полкы Гросс-Егерсдорф, Таплакен быуаһы, Битенен һәм Юргайчен янындағы француздарға ҡаршы хәрби алыштарҙа ҡатнаша (1807)
🌐1-се Өфө губерна крәҫтиән съезы асыла, уның эшендә 1000 делегат ҡатнаша (1917)
🌐АҠШ-тың «Крайслер» автомобиль концерны ойошторола (1925)
🌐Мәскәүҙә «Динамо» стадионы файҙаланыуға тапшырыла (1940)
🌐Мәскәүҙә шағир Михаил Лермонтовҡа һәйкәл ҡуйыла (1965)
🌐Рәсәй Федерацияһы составында Ингуш Республикаһы ойошторола (1992)
🌐Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы көндәре башлана (1993)
🌐Өфө уҡытыусылар әҙерләү институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тәүге сығарылышы (1912)
🌐Өфөлә муйыл саҡ сәскәгә күмелә - бик һуң сәскә атыуы күҙәтелә (1950)
🌐Өфөнән Баҡыға тура авиарейс асыла – ул Советтар Союзының өс нефть баш ҡалаһын тоташтыра: Баҡы, Өфө һәм Төмән (1968)
Байрамдар.
🎈Халыҡ-ара Ғәйепһеҙ балалар — агрессия ҡорбандары көнө 😢😪😰
🎈Халыҡ-ара кариес менән көрәш көнө (2013 йылдан алып) 😁😁😁
🎈Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу көнө🌊🌊🌊
🎈Һөнәри байрам: Крансы көнө (2014 йылдан алып байрам ителә)🏨⛪
🎈Рәсми булмаған байрамдар:
🐧Һандуғас көнө 🎼🎵🎶
😻Бесәйҙәр менән ҡосаҡлашыу көнө 🐈🐈🐈
🐈Бесәй наҙы көнө

Пікірлер

Пікірлер жоқ.