Хәйерле иртә, дуҫтар!

👋👋👋
Бөгөн 2⃣ июль (майай), шәмбе, йылдың 1⃣8⃣3⃣-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 1⃣8⃣2⃣ көн ҡала. Зөлхизә айының 3⃣-сө көнө. Ҡояш 4⃣ сәғәт 4⃣4⃣ минутта ҡалҡты, 2⃣1⃣ сәғәт 5⃣6⃣ минутта байый. Көн оҙонлоғо - 1⃣7⃣ сәғәт 1⃣2⃣ минут.
Был көн тарихта.
✅Ҡырым һуғышы башлана (1853)
✅Владивосток ҡалаһына нигеҙ һалына (1860)
✅Рәсәй императоры Александр II «Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын ғәмәлдән сығарыу, башҡорттарҙы хәрби сословиенан граждандар сословиеһына күсереү тураһында положение»ға ҡул ҡуя (1865)
✅Беренсе дирижабль осорола (1900)
✅Парижда 2-се Олимпия уйындары башлана (1900)
✅Мәскәү футбол лигаһының ойоштороу йыйылышы була (1910)
✅КПСС-тың сираттағы Пленумы эш башлай, ул «Ауыл хужалығы өлкәһендә партияның сираттағы бурыстары» тигән ҡарар ҡабул итә (1970)
✅Төньяҡ һәм Көньяҡ Вьетнамдың ҡайтанан берләшеүе (1976)
✅КПСС-тың XXVIII съезы үҙ эшен башлай, партия тарихында ул һуңғыһы була (1990)
✅Кушнаренко педагогия училищеһы (2000 йылдан колледж) эш башлай (1990)
✅Йәш экологтарҙың 1-се республика слёты асыла (1994)
✅20 йыл элек Германия күгендә «Башҡортостан һауа юлдары» авиакомпанияһының «Домодедово — Барселона» рейсын башҡарған «Ту-154» самолеты Италияның «Боинг-757» йөк самолеты менән бәрелешә. 71 кеше һәләк була, уларҙың 45-е Башҡортостан балалары була. Башҡортостанда хәтер көнө (2002)
✅Баҡалы районында республика «Шәжәрә байрамы» уҙғарыла (2010)
✅Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеме бирелә (2020)
Һөнәри байрам:
🎈Халыҡ-ара спорт журналистары көнө (1995 йылдан билдәләнә) ✍📰
Йылғалар көнө:
🎈Лена йылғаһы көнө 🌊🌊🌊
🎈 Днепр йылғаһы көнө🌊🌊🌊
🌊Һыу инәһе (эйәһе) көнө🌊
📚 Достоевский көнө📖
Рәсми булмаған байрамдар:
🎈Халыҡ-ара эттәр көнө🐕🐆
🎈Халыҡ-ара уфологтар, Бөтә донъя НЛО көнө👽👽👽
🎈 Дирижабль көнө
🎈Сюрприздар көнө🎁💝🕊💐
🎈Айыҡтар һәм ашҡаҙан сирлеләр көнө (День трезвенников и язвенников) 🥂

Хәйерле иртә, дуҫтар! - 924227948485

Комментарии

Комментариев нет.