Бөгөн Һыу инәһе (эйәһе) көнө.

Һыу эйәһе аҡ төҫтәге кейем кейгән, тылсымлы таяҡлы ҡарт тип иҫәпләгән боронғолар. Һыу эйәһе көн һайын үҙенең биләмәләрен ҡарап сыға, кис еткәс яр ситенә сығып ултыра. Кешеләрҙе ҡурҡыныс тураһында иҫкәртеп, һыу аҫтына алып китеүе лә бар. Һыу эйәһенә оҡшамаған эш эшләү (һыу бысратыу һ.б.) бәхетһеҙлеккә килтерә. Башҡорттар һыу эйәһенә оҡшарға тырышҡандар. Мәҫәлән, һыуға беренсе тапҡыр барғанда, туй йолаһы буйынса ҡыҙ һыу юлында буш күнәк күтәрмәй. Һыуға ҡыҙ тәңкә йә икмәк һала: «Минең өлөшөмдө бир», – ти. Һыу эйәһен асыуландырыу ҡоро ерҙе һыу баҫыуҙарға килтерә. Илгә бәлә- ҡаза килер булһа, йылға-күлдәр ныҡ таша. Ямғырҙарҙың яуыу-яумауы ла һыу эйәһенең ҡулында, тип ышанғандар боронғолар. Кешеләрҙе һыу эйәһенә ҡорбан итеп һыуға ташлау ошонан килеп сыҡҡан да инде. Һыу эйәләренең аттарҙа йөрөргә яратыуы билдәле булған.Төн еткәс, һыу өҫтөндә атттарҙа сапҡандар, аттарҙың ялдарын тарап үргәндәр.
Ә һыу инәһен (Һыу ҡыҙы, Һыубикә, Һыуһылыу) матур һылыу ҡыҙ тип тә уйлағандар.Төн еткәс, таң алдынан йылғаның йәки күлдең яр ситенә ялтыр тәңкәле кейемдә сығып алтын тарағы менән оҙон сәстәрен тараған. Был турала “Аҡбуҙат”,”Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарында әйтелә.
Томбойоҡ сәскәләрен ололар: «Һыу инәһе сәскәләре» тип өҙмәҫкә ҡуша торғайнылар.
(Ф.Ғ.Хисаметдинованың “Башҡорт мифологияһы һүҙлеге” нән)

Бөгөн Һыу инәһе (эйәһе) көнө. - 924227679173

Комментарии

Комментариев нет.