Дуҫтар, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" тип аталған китабы 👍🏼

"...Нисәмә йылға беренсе тапҡыр башын ҡайҡайтып, иркенләп йондоҙҙарҙың бер-бер артлы ҡабынғанын күҙәтеп торҙо. Ҡабынған һәр йондоҙ менән бергә тормошона ҡото ҡайтҡанын тойҙо. Араларында осрашырға насип булмаған Далан тигән ғәжәп егеттең күҙҙәре хуплап ҡарап торған кеүек булып китте. "Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ"... Аңламаған ине был һүҙҙәрҙе Ғәфүрйән. Әле ҡапыл төшөндө: ысынлап та, кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ - хатта..."
Популяр яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабынан.

Комментарии

Комментариев нет.