🎣 Ҡыш көнө балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнмәһен өсөн, ныҡлап туңмаған боҙ өҫтөндә урынлашмағыҙ.

https://ok.ru/goskomitet.rbpochs белгестәре ҡышҡыһын һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.
🔵 Яңы сатнаған боҙ янында йәки ҙур боҙ киҫәгенән сатнап айырылырға торғаны өҫтөндә йөрөмәгеҙ.
⚪ Әгәр мәкенән һыу фонтан булып бәрә башлаһа, тиҙ генә һыу ятҡылығынан китегеҙ.
🔵 Боҙ менән бергә ағастар, ылымыҡтар туңған һәм һауа ҡыуыҡтары күренгән урындарға яҡын бармағыҙ.
⚪ Балыҡ тоторға яңғыҙ йөрөмәгеҙ.
🔵 Башҡа балыҡсыларға 3 метрҙан да яҡыныраҡ бармағыҙ.
⚪ Мәкеләрҙе бер-береһенән 5-6 метрҙан да кәм булмаған аралыҡта уйығыҙ.
🔵 Үҙегеҙ менән страховка һәм ҡотҡарыу саралары (осонда йөк булған бау йәки киң таҡта) алығыҙ.
⚪ Балыҡ тотҡанда алкоголле эсемлектәр ҡулланмағыҙ.
Әгәр кешенең боҙ аҫтына китеүен күрһәгеҙ, шунда уҡ 112 һандарын йыйып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырығыҙ.
Боҙ аҫтына киткән кешегә нисек ярҙам итергә – https://ok.ru/anlatabiz102/topic/156466064483268 уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

🎣 Ҡыш көнө балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнмәһен өсөн, ныҡлап туңмаған боҙ өҫтөндә урынлашмағыҙ. - 958268520388

Комментарии

Комментариев нет.