🏠Суд ҡарары сығарылғандан һуң арест һалынған күсемһеҙ милек нисек кире ҡайтарыла?

https://vk.com/public_to02rosreestr белгестәре яуап бирә.
Суд күсемһеҙ милектән аресты алырға ҡарар иткәндән һуң, ул өс эш көнө эсендә "Росреестр"ға ошо хаҡтағы акттың раҫланған күсермәһен ебәрергә бурыслы.
✉️ Әгәр судтан документ килмәһә, милек хужаһы "Росреестр"ға аресты юҡҡа сығарыу тураһында ғариза бирә ала. Ғаризаны Күп функциялы үҙәк аша тапшырырға мөмкин.
Бындай ғариза алғандан һуң "Росреестр" өс эш көнө эсендә судтан кәрәкле документтар һоратып ала. Яуап алынғас, мәғлүмәт Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелә. Яуап булмаһа, "Росреестр" мәғлүмәт индереүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
📱Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:
▫️ https://ok.ru/anlatabiz102/topic/156578538546116 ▫️ https://ok.ru/anlatabiz102/topic/156546138530756 ▫️ https://ok.ru/anlatabiz102/topic/156509811991492 #Анлатабыҙ_Башҡортостан

🏠Суд ҡарары сығарылғандан һуң арест һалынған күсемһеҙ милек нисек кире ҡайтарыла? - 960100474308

Комментарии

Комментариев нет.