Бөгөн 8 ғинуар, шаршамбы.Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам,Һәр яңы көн — яңы бер өмөт.Күҙҙәремде асып ебәреүгә,Көн яҡтыһы тула бөркөлөп.Күкрәгемде тултырып бер һулаһам,Киңәйгәндәй була һулышым.Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләренАсып ҡуйыр, тием тормоштоң.Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын,Эштәгеләр эштән уңһындар.Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларынФәрештәләр асып ҡуйһындар.Уйҙарының осон юғалтҡандарЭҙләгәнен табып һөйөнһөн.Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәрОло мөхәббәткә күмелһен.Һәр бер көндөң яңылығы була,Оҡшаш булмай көндәр көндәргә.Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көнҒүмер баҫҡысынан менергә.Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн,Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын.Маҡсатына барған һәр бер кешеӨмөт менән алға атлаһын.Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңдыХәл итә лә ҡуя бер көнөң.Бейеклеге, түбәнлеге һыяШул бер көнгә бөтә ғүмерҙең...Фәнис Яруллин
Телеканал "Салям"
:Телеканал Салям
Хәйерле иртә, хөрмәтле дуҫтар!
Бөгөн 8 ғинуар, шаршамбы.
Һәр иртәне һөйөнөп ҡаршы алам,
Һәр яңы көн — яңы бер өмөт.
Күҙҙәремде асып ебәреүгә,
Көн яҡтыһы тула бөркөлөп.
Күкрәгемде тултырып бер һулаһам,
Киңәйгәндәй була һулышым.
Бәлки, был көн бәхет пәрҙәләрен
Асып ҡуйыр, тием тормоштоң.
Шулай булһын: юлсы юлдан уңһын,
Эштәгеләр эштән уңһындар.
Һәр кешегә бәхет ҡапҡаларын
Фәрештәләр асып ҡуйһындар.
Уйҙарының осон юғалтҡандар
Эҙләгәнен табып һөйөнһөн.
Мәхәббәтте юҡ тип йөрөүселәр
Оло мөхәббәткә күмелһен.
Һәр бер көндөң яңылығы була,
Оҡшаш булмай көндәр көндәргә.
Көсһөҙҙәргә көс өҫтәһен был көн
Ғүмер баҫҡысынан менергә.
Яҡшылыҡҡа йомарт булһын был көн,
Ишектәрҙе ҡайғы ҡаҡмаһын.
Маҡсатына барған һәр бер кеше
Өмөт менән алға атлаһын.
Ҡайһы саҡта хатта яҙмышыңды
Хәл итә лә ҡуя бер көнөң.
Бейеклеге, түбәнлеге һыя
Шул бер көнгә бөтә ғүмерҙең...
Фәнис Яруллин