Рәсәйҙә йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе һәм ҡоро булыуы көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, илдә 2025 йылдың йәй айҙарында ғәҙәттәгенән 2-3 градусҡа эҫе булмаҡсы. Был миллионлы мегаполистарға, шул иҫәптән Өфөгә лә ҡағыла.«Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта: Чукоткала, Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә, Камчаткала, Сахалинда һәм Якутстандың көньяҡ-көнсығышында эҫелек көтөлә. Шулай уҡ, 2024 йыл менән сағыштырғанда, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Ямал-Ненец һәм Ненец автономиялы округтарында эҫе һауа торошо фаразлана», – тиелә прогнозда.Былтыр йәй Башҡортостанда ямғырлы булды. Һуңғы 30 йылда 2024 йылдың июле республикабыҙҙа ямғырҙар буйынса рекорд ҡуйҙы, тип белдерә Башгидромет. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бер айҙа 2,5 айлыҡ норма (251%) яуған. Яуым-төшөм күләме 142 миллиметр тәшкил иткән.
Телеканал "Салям"
:Телеканал Салям
Башҡортостанда йәйҙең эҫе һәм ҡоро булыуы фаразлана
Рәсәйҙә йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе һәм ҡоро булыуы көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, илдә 2025 йылдың йәй айҙарында ғәҙәттәгенән 2-3 градусҡа эҫе булмаҡсы. Был миллионлы мегаполистарға, шул иҫәптән Өфөгә лә ҡағыла.
«Уҙған йыл менән сағыштырғанда, бигерәк тә Алыҫ Көнсығышта: Чукоткала, Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә, Камчаткала, Сахалинда һәм Якутстандың көньяҡ-көнсығышында эҫелек көтөлә. Шулай уҡ, 2024 йыл менән сағыштырғанда, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Ямал-Ненец һәм Ненец автономиялы округтарында эҫе һауа торошо фаразлана», – тиелә прогнозда.
Былтыр йәй Башҡортостанда ямғырлы булды. Һуңғы 30 йылда 2024 йылдың июле республикабыҙҙа ямғырҙар буйынса рекорд ҡуйҙы, тип белдерә Башгидромет. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бер айҙа 2,5 айлыҡ норма (251%) яуған. Яуым-төшөм күләме 142 миллиметр тәшкил иткән.