Изге Раштыуа көнө бөгөн,Бөтә донъя нурға күмелгән.Бөйөк Раббым hине ҡотлап,Аҡ ҡарҙар ынйы кеүек һибелгән.“Мәсих” тигән ҡыҫҡа ғына исемгә,Барлыҡ донъя һыйынған!Ҡояштың да бит наҙлы нуры,Раббым һүҙе аша яралған!Раббы Ғайса тыуҙы был ергә,Гонаһтарҙан беҙҙе йолоп алырға.Мәңгелеккә илтеүсе юл тар,Иманһыҙға ауыр унан барырға.Бирҙе Хоҙай миңә, күңел тыныслығы,Шатланам мин яңы һәр көнгә,Ҡотолоу алһын өсөн кешеләр,Раббым Ғайса килгән был ергә.Рәил Азнай
ИМАН ЮЛЫ
Изге Раштыуа көнө бөгөн
Изге Раштыуа көнө бөгөн,
Бөтә донъя нурға күмелгән.
Бөйөк Раббым hине ҡотлап,
Аҡ ҡарҙар ынйы кеүек һибелгән.
“Мәсих” тигән ҡыҫҡа ғына исемгә,
Барлыҡ донъя һыйынған!
Ҡояштың да бит наҙлы нуры,
Раббым һүҙе аша яралған!
Раббы Ғайса тыуҙы был ергә,
Гонаһтарҙан беҙҙе йолоп алырға.
Мәңгелеккә илтеүсе юл тар,
Иманһыҙға ауыр унан барырға.
Бирҙе Хоҙай миңә, күңел тыныслығы,
Шатланам мин яңы һәр көнгә,
Ҡотолоу алһын өсөн кешеләр,
Раббым Ғайса килгән был ергә.
Рәил Азнай