Хәйретдинов Рәис Бәхтиғәни улы менән Ришат Рәис улы ат арбаһы бүләк итеп киттеләр
Халиков Дәриғәт Абдулла улы Әхмәтзәки Вәлиди шәжәрәһе тураһында һөйләй

МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ!

Музей фондын тулыландырыу, байытыу маҡсатында ойошторолған АКЦИЯла барлыҡ битараф булмағандарҙы актив ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бөгөн Халиков Дәриғәт Абдулла улы, Өфө ҡалаһынан музейға бүләк итеп ебәрелгән, Әхмәтзәки Вәлиди Туған шәжәрәһен ҡалдырып китте. Шәжәрәне Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын туғаны Шәйәхмәтов Риф Фәтҡулла улы эшләп ебәргән.
Музей ихатаһында яҡын арала яңы фото зона ла барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдаштарыбыҙ аталы-уллы Рәис һәм Ришат Хәйретдиновтар ат арбаһы бүләк итеп киттеләр.Музей ихатаһында яҡын арала яңы фото зона ла барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдаштарыбыҙ аталы-уллы Рәис һәм Ришат Хәйретдиновтар ат арбаһы бүләк итеп киттеләр. Әйткәндәй, арбаны ауылыбыҙҙың балта оҫтаһы Гибадуллин Әүхәҙи бабай (Хөсни Әүхәҙие) эшләгән булған.
Зарипов Рәжәп Абдулхаҡ улы Көҙән ауылы тарихы менән яҡындан таныш. Әлеге ваҡытта шәжәрә төҙөү менән мәшғүл. Музей фондына атаһы Абдулхаҡ Ғәбделялал улының 1941-1945 йылғы һуғышта яу яланынан алып ҡайтҡан немец фляжкаһын, һалдат ҡалағын, столяр йышҡыларын бүләк итте.
Музей фондын тулыландырыуға тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға ҙур РӘХМӘТ🙏

МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ! - 979923622383
МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ! - 979923630319
МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ! - 979923634159
МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ! - 980018933231
МУЗЕЙҒА ЭКСПОНАТ БҮЛӘК ИТ! - 980018937583

Комментарии