13 июлдә минең әтейем Нутфуллин Һиҙиәт Ғиниәт улына 80 йәш тула. Был шиғырҙы үҙемдең һөйөклө әтейемә бағышлайым.Ғаиләбеҙҙә бөгөн оло шатлыҡ,Әтей, һинең тыуған көн бөгөн.Ҡайҙа һин бар, шунда бары шатлыҡ,Сөнки, әтей, шатлыҡ-һин үҙең.Һикһән йәш -ул ғүмер сиге тимә,Һикһән йәш -ул иң-иң матур саҡ.Бирешмәйсә сиргә- ҡайғыларға,Бәхет, шатлыҡ менән, әтей, баҡ.Әтекәйем- һин бит бәхет үҙе,Бар теләк тә һиңә аҙ булыр,Беҙгә биргән һөйөү хистәреңәЯуабыбыҙ бөтмәҫ наҙ булыр.Һин өйрәттең беҙҙе яратырғаКешелекте, бөтә донъяны.Мөхәббәт бит, әтекәйем, ул һин,Йәшәй-йәшәй шуны аңланым.Нутфуллина Рәйлә
Моң шишмәһе
:Нутфуллина Райля
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, ӘТЕЙ!
13 июлдә минең әтейем Нутфуллин Һиҙиәт Ғиниәт улына 80 йәш тула. Был шиғырҙы үҙемдең һөйөклө әтейемә бағышлайым.
Ғаиләбеҙҙә бөгөн оло шатлыҡ,
Әтей, һинең тыуған көн бөгөн.
Ҡайҙа һин бар, шунда бары шатлыҡ,
Сөнки, әтей, шатлыҡ-һин үҙең.
Һикһән йәш -ул ғүмер сиге тимә,
Һикһән йәш -ул иң-иң матур саҡ.
Бирешмәйсә сиргә- ҡайғыларға,
Бәхет, шатлыҡ менән, әтей, баҡ.
Әтекәйем- һин бит бәхет үҙе,
Бар теләк тә һиңә аҙ булыр,
Беҙгә биргән һөйөү хистәреңә
Яуабыбыҙ бөтмәҫ наҙ булыр.
Һин өйрәттең беҙҙе яратырға
Кешелекте, бөтә донъяны.
Мөхәббәт бит, әтекәйем, ул һин,
Йәшәй-йәшәй шуны аңланым.
Нутфуллина Рәйлә