Кешеләрем,һеҙгә оран һалам,

Тәбиғәтте һаҡлап ҡалайыҡ.
"Ҡоротҡостар"өсөн бергәләшеп,
Берәй яйын уйлап табайыҡ.
Йылғалары тулған заводтарҙан
Артып ҡалған артыҡ-боҫтоҡтан.
Гөрләп торған баҫыу-ҡырҙарыбыҙ
Йәтим ҡалған төҫлө бушлыҡтан.
Күпме йәнлек,ҡош-ҡорт һәләк була,
Браконьерҙар үткән ерҙәрҙән!
Тау-тау өйөп,сүп-сар ташлап китеп,
Ҡороп бөтөп бара күлдәрҙә.
Бер туҡтауһыҙ тауҙар аҡтаралар,
Шартлаталар бер ни аямай.
Етәкселәр ниңә миһырбанһыҙ,
Бер ниндәй ҙә ҡарар сығармай?
Бейек йорттар һалып,кем уҙарҙан
Күпме һәләк була урмандар!
Һыуҙар ҡороп,ағас-ҡыуаҡлыҡтар
Һерәйешеп кенә ҡалғандар.
Әшәкелек менән хәшәрәтлек
Ерҙә хөкөм һөрә түгелме?
Кешелектең иманһыҙлыгына
Йөрәк әрней,ҡыра куңелде.
Барыбыҙҙа бер тамырҙай булып,
Тәбиғәтте һаҡлай белһәксе...
Яуыз бәндәләргә ҡаршы тороп,
Дөрөҫлөкте яулап,еңһәксе!
Үкенмәҫлек итеп,йәш быуынға
Ҡалдырайыҡ матур донъялар.
Гүзәллеккә,изгелеккә ғашиҡ
Булһын ине беҙҙең балалар!!!(Г.Абдуллина.25.06.17й.)

Комментарии