27 мая 2016
Аңламаҫһың әҙәм балаһын.
Эҫе лә, һыуыҡ та ярамай. Ҡояш ҡыҙҙырһа, эҫе, тын ҡурыла, тип уфтана башлайбыҙ. Ямғыр яуһа, күктең төбө тишелдеме икән әллә, тип һүгергә тотонабыҙ. Хәйер, быйылғы йәй ямғырға һаран, һибәләгән һәр тамсыһы ҡәҙерле. Уның ҡарауы, ҡояш сағыу нурҙарын йәлләмәй, ҡыҙҙыра ғына... Көндөҙ эҫелек хатта 38 – 40 градусҡа етә. Исмаһам, еле иҫһәсе, тип зарланаһың, томра эҫегә сыҙай алмайынса. Айырыуса йөрәк сирлеләр, ҡан баҫымы юғары булғандар ауыр үткәрә был көндәрҙе. Шуға ла сәләмәтлеге өсөн борсолоп, табипҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны ике тапҡырға арта. Йәйҙе нисек имен-һау һәм һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә мөмкин? Ҡояш артыҡ ҡыҙҙырғанда нимә эшләргә? Был һорауҙар айырым һөйләшеү талап итә.
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт: эҫе һуғыу хәүефе артыҡ кәүҙә ауырлығынан йонсоусыларҙа ябыҡ кешеләргә ҡарағанда юғарыраҡ була, имеш. Пеләш, аҡ йөҙлө кешеләр ҙә эҫегә тиҙ бирешә икән. Ғөмүмән, кеше Цельсий буйынса 36,7 градусҡа ғына сыҙай ала, тип иҫәпләй белгестәр. Был мәлдә организм тәндәге йылылыҡты тир менән бүлеп сығарыуға әүәҫләнә. Кире осраҡта артыҡ йылылыҡтан сирләй башлайһың: баш ауырта, мейегә ҡан һауа, ҡолаҡ шаулай, хәл бөтә, күңел болғана, һыуһата. Ошондай билдәләр хәүеф хаҡында иҫкәртә. Шуға күрә үҙеңде насар тойоу менән күләгәле һалҡын урын табып, ял итергә кәрәк. Табиптар был мәлдә һалҡын һыу эсергә, маңлайға һәм муйынға һалҡын компресс ҡуйырға тәҡдим итә. Юғиһә ҡояш нурҙары тамам аяҡтан йығасаҡ. Һөҙөмтәлә һанап үткән тәүге билдәләргә тын алыуҙың йышайыуы, хәл бөтөү, йөрәк ҡағыуы, күҙ алды ҡараңғыланыуы, эс ауыртыу, эс китеү ҡушыласаҡ. Эҫе һуғыуҙың ауыр формаларында ҡалтырата, ҡоҫтора, ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Ул ғына ла түгел, хатта кешенең аңын юғалтыуы ихтимал. Был саҡта тән ҡып-ҡыҙыл булып «яна», күҙ алмалары киңәйә, тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Был ваҡытта кешегә ашығыс ярҙам күрһәтеү зарур. Ауырыуҙы күләгә төшкән һалҡын урынға һалып, муйын, күкрәк тирәһен ҡаплап торған кейемдәрен сисергә, һалҡын компресс ҡуйырға кәрәк. Артабан табип саҡыртып, ул килгәнсе һалҡын һыу эсерегеҙ, минераль эсемлек тағы ла яҡшыраҡ. Тик шуны оноторға ярамай, был мәлдә алкоголле эсемлек биреү ҡәтғи тыйыла. Ә инде аңды юғалтҡанда, тын алыу туҡтағанда яһалма тын алдырыу зарур.
Халыҡ белмәй әйтмәй, йәй – ябығыу өсөн иң ҡулай миҙгел. Диетологтар йәйге эҫе айҙарҙы организмды таҙартыу, витамин менән байытыу, һауыҡтырыу өсөн иң уңайлы осор тип иҫәпләй. Был, ысынлап та, шулай. Иттән, майҙан, әсе ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Өҫтәлегеҙҙән тәмләткес үләндәр, йәшелсә-емеш, бәшмәк өҙөлмәһен. Айырыуса редис менән шалҡан файҙалы, тәбиғи антибиотиктар һаналған һуған менән һарымһаҡ хаҡында ла онотмағыҙ. Йәй экзотик емеш – банан менән кивинан баш тартып торорға ла мөмкин. Ә бына күтәренке кәйефһеҙ булмай. Һәммәгеҙгә лә күтәренке кәйеф, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Ҡояш нурҙарының зыяны тураһында ололар ҙә, йәштәр ҙә, бала-саға ла берҙәй яҡшы белә. Әммә ҡайһы берәүҙәр тәҡәтһеҙ эҫелә ҡыҙыныуҙы хуп күрә. Ҡыҙыныу түгел, бер нисә сәғәт ҡояш аҫтында йөрөгәндә лә нурҙары баш мейеһенә үтеп инеп, ауырытыуы ихтимал. Эҫе һуҡты, тиҙәр бындай күренеште. Ғәҙәттә, кеше ҡояш аҫтында йөрөгәндән һуң алты-ете сәғәт үткәс ауырый башлай. Был мәлдә тир бүленеүе туҡтай. Әгәр ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтмәгәндә, хәлдең үлем менән тамамланыуы мөмкин. Был осраҡта ауырыуҙың аяҡтарын бер аҙ юғары күтәреп һалып, ҡаты сәй йәки ярты литр һыуға ярты балғалаҡ тоҙ һалып эсерергә кәрәк. Зыян күреүсене еүеш сепрәккә урарға йәки һыу менән ҡойондорорға була. Тик процедура әкрен башҡарылырға тейеш. Сөнки тән температураһы кинәт кенә 38 градустан түбән төшөргә тейеш түгел. Мөмкинлек булғанда, ҡан тамырҙары күп булған баш, ҡултыҡ аҫтына, быуындар бөгөлөшөнә боҙ һалырға мөмкин. Иғтибарҙы шунда уҡ ауырыуҙың тын алышына йүнәлтегеҙ. Әгәр теле артҡа китһә йәки ауыҙында ҡоҫҡолоҡ булһа, башын ҡырын һалып, ауыҙ эсен бинт йәки ҡулъяулыҡ ярҙамында таҙартыу талап ителә. Иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа, барыһын да дөрөҫ һәм ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға кәрәк.
Табип менән кәңәшләшмәйенсә йәки уның тәҡдименән тыш, ауырыуға аспирин кеүек дарыуҙар бирергә ашыҡмағыҙ. Иң һөҙөмтәлеһе – ҡан йөрөшөн яйға һалыу. Бының өсөн ҡолаҡтарға банка, май шәм ҡуйырға мөмкин. Ҡолаҡ остарын тишеп, ҡанын һарҡытыу ҙа файҙалы. Ни өсөн тигәндә, тишелгән урындан тәүҙә – ҡара төҫтәге ҡан, хәүеф кәмегәс, ҡыҙыл ҡан ағыуы хәлде еңеләйтә. Аяҡ-ҡулға горчичниктар, ҡырылған керән, һуған бәйләү ҙә ярҙам итә. Һалҡын һыу менән клизма ла эшләйҙәр.
Ҡояш аҫтында иртәнге сәғәт ун бер менән көндөҙгө дүрт араһында йөрөү айырыуса ҡурҡыныс. Балалар эҫелә футбол, волейбол кеүек хәрәкәт талап иткән уйындарҙы кисектереп торорға тейеш. Сөнки әүҙем хәрәкәт ваҡытында эҫе һуғыу ҡурҡынысы арта. Ҡояш нурҙары йылы һәм синтетик кейем аша нығыраҡ үтеп инә. Шунлыҡтан кейемгә лә иғтибар бүлергә кәрәк. Бигерәк тә эҫегә балалар һәм оло йәштәгеләр тиҙ бирешеүсән.
Эҫе һуғыуҙан кешегә шок булырға мөмкин. Был мәлдә пульс әкренәйә, артериаль ҡан баҫымы түбәнәйә, ирендәр, тырнаҡ аҫтары күгәрә, тән тиреһе һыуына, еүешләнә. Организм ҙур көсөргәнеш кисерә.
Эҫелә һап-һау кешенең дә пульсы йышайып, тыны ҡыҫылыуы ихтимал. Кешегә кинәт кенә һауа етмәгән, күкрәк ситлеге ҡыҫылған кеүек тойола башлай. Был йөрәккә көсөргәнеш төшөүе тураһында һөйләй. Шуға күрә табиптар йәй алдынан профилактика йүнәлешендә дауаланырға кәңәш итә. Эҫелә баҡсала, яланда эшләү тыйыла. Бик кисектергеһеҙ булғанда, ярты сәғәт һайын ун биш минут ял итеп алыу зарур. Йөрәк сирлеләргә һәр саҡ үҙҙәре менән валокордин, валидол һәм нитроглицерин тотоу зарур.
Эҫе көндә туҡланыу рационына иғтибар итеү зарур. Итте, майҙы әҙ ашағыҙ, йәшелсә-емеш һәм һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Төп принцип – әҙ-әҙләп һәм еңелсә туҡланыу. Күберәк петрушка, укроп, балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Тоҙланған ризыҡтар тураһында онотоғоҙ, тоҙҙо ла аҙ ҡулланығыҙ.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирле кешеләр үҙҙәре эргәһендә гел тонометр тоторға тейеш. Юғиһә күптәр, башы ауырта башлаһа, бер-бер артлы дарыу эсергә тотона. Баш ауыртыуҙың артериаль ҡан баҫымының юғары күтәрелеүенә бәйле булыуын баштарына ла индермәйҙәр. Һөҙөмтәлә, ҡан баҫымы ҡапыл түбәнәйеп, кешенең иҫен юғалтып йығылыуы бар.
Дымлы һауа организмдан артыҡ һыуҙы сығармай. Шуға күрә йөрәк сирлеләр өсөн һыу, һут эсеүҙе тәүлегенә 800 миллилитрға тиклем кәметергә кәрәк (кеше ҡояш аҫтында йөрөмәгән осраҡта). Артыҡ һыу артериаль ҡан баҫымын күтәреүгә бәйле, табиптар йөрәк сирлеләргә һыуһаған һайын һыу эсеүҙе тыйып, ауыҙ кипкәндә ауыҙҙы сылатырға ғына ҡуша. Әгәр табиптар бәүелде ҡыуыусы препараттар билдәләһә, үтә эҫе көндәрҙә уларҙың дозаһын арттырыу дөрөҫ булыр. Тик быны табип менән бергә хәл итеү яҡшы. Ә сәләмәт кешегә тир менән бүленеп сыҡҡан тиклем һыу эсергә кәрәк. Юғиһә, һыуһыҙлыҡтан башы әйләнеп, кешенең аңын юғалтып йығылыуы ихтимал.
Йөрәк сирлеләргә нимә эсергә һуң? Әлбиттә, һыуһынды ла ҡандырмаған шәрбәтле газлы һыу түгел. Һыра ла зыянлы – стенокардияға юлыҡтырып, йөрәк өйәнәгенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Иң файҙалыһы йәшел сәй, йүкә сәскәһе, кейәү үләне, еләк төнәтмәләре. Тирләгән килеш һыу инеү тәнде ҡороштора. Был иһә стенокардияға, хатта инфарктҡа ярты аҙым, тигән һүҙ. Көн дауамында үҙеңә әҙ-әҙләп кенә һыу һибергә мөмкин. Был күҙәнәктәрҙе асып, тын алырға ирек бирәсәк. Һалҡын һыуҙың бындай һәләте юҡ.
Биналарҙа кондиционер, елләткестәр ҡуйығыҙ, бик булмаһа, тәҙрәне еүеш ҡорған менән ҡаплағыҙ. Шулай уҡ машинағыҙҙы ҡояшта ҡалдырмағыҙ, ҡояшта торған хәлдә лә, туҡтап торған автомобиль эсендә ун минуттан артыҡ ултырмағыҙ!