Бөгөн Хәйбулла ерендә оло ҡайғы - ил именлеге хаҡына һәләк булған батыр яҡташыбыҙ Ислам Исмәғил улы Мортаевты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Ислам Исмәғил улы беҙҙең йөҙҙәрсә райондашыбыҙ кеүек үҙенең иңенә оло яуаплылыҡ алып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Беҙҙең арала йәшәп, эшләгән кешенең был аҙымы оло хөрмәткә лайыҡ. Ул йәнен аямай һуңғы һулышына тиклем ҡаһарман яугир булып ҡалды.
Яугирҙең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған яҡындары өсөн ғорурлыҡ әҙ генә булһа ла күңелдәрен йылытһын. Киләсәктә уларҙы юғалтыуҙар урап үтһен.
Батырҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ!
Бәхил бул, яугир!

Комментарии